“Хоккей көнө”нә килегеҙ!31.01.2014
Олимпиада осоронда ил буйынса ареналар буш торасаҡ. Ә көйәрмәндәрҙе нисек хоккейһыҙ ҡалдыраһың инде?! Шуға күрә “Салауат Юлаев” клубы етәкселеге “Хоккей көнө” ойошторорға ҡарар итте. Ул тап Ҡышҡы Олимпия уйындары асылған көндә үтәсәк.


Төшкө сәғәт 12-нән киске 10-ға тиклем “Өфө-Арена” гөрләп торасаҡ. Нимә генә булмаясаҡ бында! Рәсми өлөштән һуң Йәштәр хоккей лигаһының матчы уҙа – беҙҙең “Толпар” менән Тольяттиҙың “Ладья”һы сәкәләшә. Тәнәфестәрҙә фойела артистар сығыш яһай, төрлө конкурстар, викториналар ойошторола.
Сәғәт 3-тән 4-кә хәтлем икенсе ҡатта “Салауат Юлаев”тың тренерҙары һәм хоккейсылары менән, шулай уҡ кубоктар янында фотоға төшөргә, уйынсыларҙан автограф алырға мөмкин буласаҡ. 4-тән 5-кәсә шунда уҡ Бөтә Рәсәй фотокүргәҙмәһе эшләй. Унан һуң юлаевсылар менән көйәрмәндәр араһында матч башлана. Киске 7-се яртынан 8-се яртыға тиклем аренала йырсыларҙың, музыканттарҙың сығыш яһауы көтөлә.
Артабан “Салауат Юлаев” менән Ҡазандан “Аҡ Барыҫ” командалары ветерандарының көс һынашыуын ҡарарһығыҙ. Матч аҙағында иң яҡшы уйынсыларҙы бүләкләйәсәктәр.


Вернуться назад