Илдә спорт ярыштары барышында үҙҙәрен тәртипһеҙ тотҡан көйәрмәндәрҙең яуаплылығын арттырған федераль закон үҙ көсөнә инде. Ул рәсми спорт ярыштары ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ойоштороусыларҙың яуаплылығын арттырыу өсөн эшләнә.
Йәмәғәт тәртибен боҙоусыларға судья алты айҙан ете йылға тиклем административ тыйыу билдәләй һәм өс меңдән ун мең һумға тиклем штраф һала ала. Ә инде административ тыйыуҙы боҙғандар өсөн 20 меңдән 25 мең һумғаса штраф йәки ун биш тәүлеккә һаҡ аѕтына алыу янай.
Башҡортостан парламентында республика законын федераль нормаға яраҡлаштырыу өѕтөндә эш бара. Башҡортостанда физик культура һәм спорт тураһындағы законға индерелгән үҙгәрештәрҙә яҙылыуынса, тәртип боҙған көйәрмән ил ҡануниәтенә ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыла. Әле закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡаралды.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе урынбаѕары Александр Семак әйтеүенсә, ҡабул ителгән федераль норма — бөгөнгө көн талабы, тик ул Башҡортостан өсөн көнүҙәк түгел.
— Был Мәскәү өсөн мөһим, унда көйәрмәндәр үҙ клубы өсөн “ауырырға” тип түгел, ә башҡа клуб көйәрмәндәренә ҡаршы һуғышырға килә. Шуға күрә бындай федераль закон ҡабул итеү мәсьәләһе өлгөрөп етте. Беҙҙең республикала көйәрмәндәр араһында етди низағтар булғаны юҡ. Бында спорт ярыштарын ойоштороусыларҙың өлөшө ҙур. Төбәктең барлыҡ клубтарында ла саралар үткәрәүҙә хәүефһеҙлек булдырыуҙың етди тәртиптәре бар, уны бер кем дә боҙмай, — тине ул.