Тормошобоҙға ниндәй генә яңылыҡ индерелмәһен, татыулыҡ, берҙәмлек, тырышлыҡ йәшәүҙең төп тотҡаһы булып ҡала. Элек-электән ошондай күркәм сифаттары менән данланған Яңы Усман халҡы әлеге замандың ыжғыр елдәренә лә бирешмәй, төйәгенең киләсәген күмәкләп хәстәрләй. Уҙған шәмбелә мәктәп биләмәһендә хоккей ҡабы асылыуы ла — быға аныҡ дәлил.
— Башланғысыбыҙҙы ауылдаштар шунда уҡ күтәреп алды, — ти мәктәп директоры Илдар Ишморатов. — Биләмә битләүгә тура килгәнлектән, иң тәүҙә уны тигеҙләргә кәрәк ине. Эшҡыуарҙар Камил Мәжитов менән Шәрәфулла Ҡолһарин, “Бөрйән урманы” дәүләт унитар предприятиеһы мастеры Фәйзулла Йосопов тракторҙары менән был эште тиҙ арала атҡарып сыҡты. Шәрәфулла Фәйзулла улы эргә-тирәне кәртәләп алыу өсөн таҡта менән дә ярҙам итте. Ауыл хакимиәте башлығы Азат Мәжитов иһә һыу һиптергес помпа бирҙе, бағаналарға яҡтыртҡыстар ҡуйҙырҙы. Ауылдашыбыҙ, “Нуриман урмансылығы” дәүләт учреждениеһы етәксеһе Арыҫлан Мырҙагилдин ҡустыһы, Белорет районындағы Сермән участка урмансылығы лесничийы Рәмис Рәмил улы менән берлектә ҡапҡалар эшләүгә тимер торбалар йүнләне. Әсәле-уллы эшҡыуар Гәүһәр менән Айнур Ҡолһариндар хоккей ҡабының кәртәһен буяу, биҙәкләү өсөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин итте.
Ярҙам бының менән генә бөтмәгән әле. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәләф Ишморатов һәм уның ағаһы Рәйес Хәлфетдин улы йәш хоккейсыларҙы коньки, сәкән менән тәьмин итергә вәғәҙә бирһә, “Бетерә” участка урмансылығы лесничийы Ризат Мәжитов менән “Әсебар” участка урмансылығы мастеры Фәнил Йосопов мәктәпкә ҡоҙоҡ ҡаҙҙырыуҙа ярҙамлашырға йыйына.
Белем усағы коллективының, айырыуса балаларҙың, шатлығы сикһеҙ. Улар күмәкләп хоккей ҡабының ситен матур итеп биҙәгән, “Тиҙерәк! Бейегерәк! Көслөрәк!” тигән лозунгтары әллә ҡайҙан күренеп, тотош ауыл халҡын сәләмәт тормошҡа әйҙәп тора. Боҙ майҙансығын асыу тантанаһында һәр кем изге эштең татлы емеш биреренә, киләсәктә Яңы Усмандың данын таратырҙай хоккейсылар үҫеренә ҙур ышаныс белдерҙе.