Саңғы спорты үҫеш ала25.01.2014
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса ҙур эш башҡарыла. Бында студенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: спорт секциялары һәм түңәрәктәре эшләй, бассейн, хоккей майҙансығы бар.
Институтта еңел атлетика, волейбол, көрәш, кикбоксинг, рус лаптаһы буйынса спорт мастерҙары, Рәсәй һәм республика чемпиондары үҫеп сыҡҡан.


Күптән түгел саңғы спортын үҙ итеүселәр өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Белем усағының биләмәһендә барлыҡ талаптарға яуап биргән, яҡтыртылған саңғы юлы сафҡа инде. Яңы трассаны һынап, саңғыға битараф булмаусыларҙың барыһы ла ярышҡа сыҡты. Улар араһында Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары саңғысылары, ҡаланың мәктәп уҡыусылары ла бар ине. Көсөргәнешле алышта ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Лидия Шәһиәхмәтоваға, ир-егеттәрҙән Радик Аҡмановҡа тиңләшеүсе булманы. Әйткәндәй, Радик Аҡманов үҙе лә Сибай институтында белем алған, әле Аҡъярҙа йәш быуынға спорт серҙәрен өйрәтә.


Вернуться назад