Ныҡ тор, "Торос"!24.01.2014
Юғары хоккей лигаһында уйнаған “Торос” командаһы йылды уңышлы ғына башлап ебәрҙе, тип әйтергә була. Ул ғинуарҙағы уйындарҙың барыһында ла тиерлек еңеүгә өлгәште.


Осрашыуҙарҙың тәүге өсәүһе Нефтекама боҙонда уҙҙы. Беренсе дәғүәсене — Красноярск ҡалаһының “Сокол”ын — беҙҙең хоккейсылар 3 ғинуарҙа “ҡоро” ғына (2:0) еңде, ә үҙҙәре өсөн “уңайһыҙыраҡ” һаналған “Ермак” командаһынан (Ангарск ҡалаһы) шундай уҡ иҫәпкә отолдо. Миҙгел башындағы уйындарҙы иҫкә төшөрһәк, киреһенсә, былтыр октябрҙәге тәүге алышта “Сокол” үҙ майҙанында көслөрәк булғайны (4:2), ә “Ермак” Ангарск боҙонда 2:3 иҫәбенә еңелгәйне.
Нефтекама хоккейсылары Ҡаҙағстандың Усть-Каменогорск ҡалаһынан “Казцинк-Торпедо” менән дә ике уйын үткәрҙе. Былтыр октябрҙә дәғүәсеһенең боҙонда осрашҡанда 3:1 иҫәбенә еңгән “Торос” быйыл 7 ғинуарҙағы алышта ла, үҙ көйәрмәндәренә оло шатлыҡ бүләк итеп, ҡунаҡтарҙы ҡоро иҫәпкә (6:0) ҡыйратты.
Был уңыш беҙҙең уйынсыларға ситтә сығыш яһау өсөн яңы дәрт-дарман өҫтәне шикелле. Өс турҙа ла улар хужаларҙан көслөрәк булып сыҡты. Әлбиттә, 15 ғинуарҙа Мәскәү өлкәһенең Клин ҡалаһында “Титан” менән булған тәүге осрашыуҙа тағы ла октябрҙәге хәл ҡабатланды: өҫтөнлөккә “Торос” буллиттар арҡаһында ғына өлгәшә алды. Нисек кенә булмаһын, еңеү еңеү инде.
17 һәм 19 ғинуарҙа “Карелия-ВМФ” һәм Тверь ҡалаһының “ТХК” командалары менән булған ике уйын да Нефтекама хоккейсылары файҙаһына 3:1 иҫәбе менән тамамланды. Әйтергә кәрәк, тәүге осрашыуҙа нефтекамалар өсөнсө осор бөтөргә 10 секунд ҡына ҡалғанда хужалар ҡапҡаһына өсөнсө голды сәпәне. Был беҙҙең уңышты нығытҡан шайба булһа, киләһе уйында шуға оҡшаш хәлде ”ТХК” хоккейсылары ҡабатланы: ҡоро иҫәп (3:0) менән еңелеп килһәләр ҙә, ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, һуңғы секундтарҙа “абруй голы” менән “Торос” ҡапҡаһы артында “ҡыҙыл ут” тоҡандырҙылар. Һөҙөмтәлә Владимир Сохатский дәғүәсе өсөн бөтөнләй бикле булып ҡалған уйындар һанын арттыра алманы. Хәйер, һуңғы айҙа былай ҙа күп маҡтауҙар ишеткән ҡапҡасыға был бигүк үкенесле түгелдер. Республикабыҙҙың төп хоккей командаһы “Салауат Юлаев”тың уңышлы сығыштарында В. Сохатскийҙың да тос ҡына өлөшө булды бит, әле лә ул илебеҙ көнсығышындағы дәғүәселәр менән матчтарға саҡырылды.
Шулай итеп, ситтәге уңышлы уйындарҙан һуң “Торос” артабанғы өс алышты үҙ боҙонда үткәрә. Уларҙың тәүгеһе Мари Илендәге Волжск ҡалаһының "Ариада"һына ҡаршы булһа, артабан беҙгә Әлмәттән "Нефтсе" һәм Тольяттиҙан "Лада" киләсәк.


Вернуться назад