Сочиҙа үтәсәк XXII ҡышҡы Олимпия уйындарында Башҡортостандан 13 спортсы ҡатнашасаҡ. Улар – Дмитрий Васильев, Ильмир Хазетдинов (саңғы менән трамплиндан һикереү), Эрнест Яхин (икеалыш), Илвир Хузин (бобслей), Семен Елистратов, Руслан Захаров, Дмитрий Мигунов (шорт-трек). Шулай уҡ “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһынан Ангелина Гончаренко, Инна Дюбанок, Алена Хомич, Анна Шибанова, Елена Дергачева, Екатерина Пашкевич Рәсәй йыйылма командаһында ил намыҫын яҡлаясаҡ.
Бөтә донъя халҡы түҙемһеҙләнеп көткән оло сара айҡанлы журналистар менән осрашыуҙа йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта шул хаҡта белдерҙе. Артабан Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Александр Давидович, Азат Ҡарасурин, Надежда Андреева Паралимпия уйындарына юллана, тине ул.
Рәсәй тарихында тәү тапҡыр үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында беҙҙең ил йәштәренең спорттың барлыҡ 15 төрөндә лә сығыш яһауы көтөлә. Иң-иңдәрҙе бөтәһе 98 комплект награда көтә – миҙалдар дүрт йыл элек Канаданың Ванкувер ҡалаһында уҙған Олимпиадалағынан 12-гә күберәк. Әлбиттә, ярышҡа яңы спорт төрҙәре лә өҫтәлгән: саңғы менән трамплиндан ҡатын-ҡыҙҙарҙың һикереүе, фигуралы шыуыу буйынса команда алыштары, сана спорты эстафетаһы, фристайлда ски-кросс, сноубордта параллель слалом, биатлонда ҡатнаш эстафета, фристайлда, сноубордта слоуп-стайл.
Башҡортостан етәкселеге Олимпиадала беренсе урынды алыусыға – миллион ярым, икенсегә – бер миллион, өсөнсөгә биш йөҙ мең һум күләмендә премия вәғәҙәләй. Бынан тыш, Рәсәйҙеке лә ҡаралған.
Юғары спорт оҫталығына әҙерләү үҙәге директоры Евгений Емельянов:
– Үҙебеҙҙә үткәнгә күрә был сара айырыуса яуаплылыҡ йөкмәтә. Рәсәй йыйылма командаларын әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелде. Һуңғы көндәрҙә егеттәребеҙҙең уңышлы сығыш яһауы яҡты өмөттәр уятты, – тине. – Ышаныслы спортсылар һайлап алынды. Уларҙың ҡайһы берҙәре бығаса Олимпиадала сынығыу алһа, тәү тапҡыр юлланған йәштәр ҙә бар. Тәжрибә етерлек. Яҡшы әҙерләнделәр.
Мәғлүм булыуынса, күптән түгел генә Руслан Захаров менән Семен Елистратовтың Германияла үткән Европа чемпионатынан өс алтын миҙал менән ҡайтыуы өмөттө йәнә нығытты.
Шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры Андрей Максимов, матди база менән маҡтанып булмаһа ла, етди әҙерлек, көслө база, яҡшы тренерҙар булыуы, аҡса бүленеүе, таһыллы спортсылар тупланыуы хаҡында бәйән итте. Шуныһы ғәжәп: бөгөн Өфөлә шорт-трек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар юҡ. Егеттәргә ситтә әҙерләнергә тура килә. Шулай ҙа уларҙың ҙур уңышҡа өлгәшеүе күп нәмә тураһында һөйләй. Беҙгә шорт-трек буйынса төп дәғүәсе – Корея, Канада йәштәре.
Бығаса Ванкуверҙа үткән Олимпиадала уңышҡа өлгәшә алмаған Руслан Захаров был юлы хаталар өҫтөндә эшләүе хаҡында һөйләне.
– Шорт-трек буйынса яҡшы үҙгәрештәр булды, тренерҙар алмашынды, спортсылар составы үҙгәрҙе. Һигеҙ ай буйы бер туҡтауһыҙ күнекмә үттек. Беҙ алышҡа әҙер, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ тип ышанабыҙ, – тине ул баҫалҡы ғына.