Ирекмәндәр юлға сыҡты20.01.2014
Ошо көндәрҙә Өфөнөң тимер юл вокзалында ХХII ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы Сочиға ирекмәндәрҙе оҙатыу тантанаһы булды.


Беҙҙән 26 ирекмән тәүгеләрҙән булып Сочиға эшкә юлланды. Был ваҡиғаны улар ашҡынып көтөп алған, етди һайлау һәм әҙерлек үткән. Йәмғеһе уйындарға 25 меңдән ашыу ирекмән йәлеп ителәсәк, шуларҙың 13 меңен — дөйөм профилдәгеләр, 8 меңен — махсус тармаҡтарҙа эшләүселәр, 4 меңен спортсылар тәшкил итә. Олимпия уйындары тарихында тәүге тапҡыр һайлап алыу һәм әҙерлек саралары бөтә ил буйынса 26 “Ирекмән үҙәге”ндә уҙғарылды.


Вернуться назад