Ни өсөн Сочи һайланған?20.01.2014
Рәсәй Президенты Владимир Путин XXII Олимпия һәм XI Паралимпия уйындарын әҙерләүҙә һәм уларҙы үткәреүҙә ҡатнашасаҡ ирекмәндәр менән осрашты.


Сочи – Рәсәйҙең субтропик бүлкәте. Ни өсөн Олимпиада ысын ҡыш хакимлыҡ иткән башҡа төбәктә түгел, ә тап унда үткәрелә? Ул сағында был сараны ойоштороуға түгелгән сығым күпкә аҙыраҡ булыр ине. Бөгөн был һорау күптәрҙе борсой.
Өфөлә тыуып үҫкән, хәҙер Мәскәүҙә йәшәгән Евгения исемле ханым да ил башлығына: “Олимпия уйындарын үткәреүгә киләсәктә ҡайһы ҡалалар дәғүә итә ала? Улар араһында Санкт-Петербург, Мәскәү йәки үҙәктән ситтәге башҡа ҡалалар булырмы?” – тигән һорау бирҙе.
Үҙенең яуабында Владимир Путин Петербург халҡының күптән үҙҙәрендә халыҡ-ара ярыштарҙы, шул иҫәптән Олимпия уйындарын үткәреү мәсьәләһен күтәреүен билдәләне.
– Әлбиттә, күп нәмә объекттарҙың әҙерлегенә, беҙҙең Рәсәйҙең башҡа төбәктәрен дә үҫтереү теләгенә бәйле, – тине ил етәксеһе. – Олимпия уйындарын үткәреү урыны итеп Сочи осраҡлы һайланманы. Беренсенән, беҙгә Советтар Союзы тарҡалғандан һуң юғалтҡан ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү, яңы спорт майҙансыҡтары, күнекмә базалары төҙөү, йәнә курортты үҫтереү кәрәк ине.
Владимир Путин Өфөнөң дә киләсәктә бер нисә ҙур сара үткәреүгә дәғүә итеүен һәм быны хуплауын белдерҙе.


Вернуться назад