Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионында боҙҙағы мотоуҙыш буйынса Рәсәйҙең шәхси чемпионаты булды.
Егеттәр “тимер ат”тарында айбарланып алға ынтылды. Тәгәрмәс аҫтарынан боҙ ярсыҡтары сәсрәй. Йәһәтерәк! Йәһәтерәк! Тамашаны күҙәтергә килгән меңәрләгән көйәрмәнгә лә еңеү сәме күсте.
Һәр кем үҙенсә күңеленән еңеүселәрҙе лә билдәләне. Йәнәшәмдә торған уҙаман:
– Өфөнән Дмитрий Колтаков чемпион буласаҡ! – тине ышаныслы итеп. – Бынан алда Тольятти ҡалаһында үткән ярышта шәп сығыш яһаны. Әммә спортта, бигерәк тә мотоуҙышта, барыһын алдан күҙаллап булмай. Көҙгөләй ялтыр боҙҙа нимә көтөрөн бер кем дә әйтә алмай. Үкенескә ҡаршы, Дмитрий был юлы беренселеккә сыға алманы. Тәүҙә мотоциклы кәзәләнеп аптыратты. Унан тиҙлекте шәбәйткәс, йығылып та китте. Спортсының төп дәғүәсеһе – Тольятти егете Даниил Иванов тәүге көндә 15 мөмкинлектән 13 балл йыйһа, иртәгәһенә биш заезда ла беренсе килеп, пьедесталдың иң юғары баҫҡысын биләне. Яҡташыбыҙ иһә көмөш миҙал менән хушһынды. Бронза – Сергей Макаровта (Мәскәү өлкәһе). Стәрлетамаҡтың “Каустик” клубы тәрбиәләнеүсеһе Игорь Кононов дүртенсе урынды яуланы.
Әйткәндәй, Дмитрий Колтаковты мотоуҙыш нескәлектәренә легендар спортсы Николай Красников өйрәтә. Ул үҙенең уҡыусыһы хаҡында:
– Дмитрий бынан алдағы этаптарҙа ярайһы уңышлы сығыш яһаны. Өфө боҙонда дәғүәселәрҙе уҙып китеү өсөн ныҡ ауыр, сөнки бында боролоштар үтә киҫкен. Әгәр спортсы стартты һүлпән башлаһа, аҙағы ла шәптән булмаясаҡ. Әлбиттә, был юҫыҡта эшләйбеҙ. Шулай ҙа Колтаковтың сығышынан ризамын, дөрөҫ эш итә белә, тиҙ ҡыуып үтә.
Әле генә гөрләп торған стадион тынып ҡалды. Иң-иңдәрҙе алда донъя чемпионаты көтә. Улар араһында яҡташтарыбыҙ Дмитрий Колтаков менән Игорь Кононов та буласаҡ.