Бөтә донъя уйындары ҡайҙа үткәрелер?16.01.2014
Рәсәй биләмәһендә халыҡ-ара спорт ярыштарын ойоштороу һәм үткәреү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында 2021 йылда ХI Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә дәғүә итеүсе ҡала сифатында Өфөнө күрһәтергә ҡарар ҡылдылар. Ултырышты Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак үткәрҙе.


Сарала сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: “Республика 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә әҙер”, — тип билдәләне.
— Башҡортостан — Рәсәйҙә халыҡ-ара ярыштар үткәреү тәжрибәһенә эйә булған төбәктәрҙең береһе, тип иҫәпләнә, — тине Рөстәм Хәмитов.
Рәсәйҙең ғаризаһы быйыл май аҙағына тиклем Бөтә донъя уйындары халыҡ-ара ассоциацияһының ойоштороу комитетына тәҡдим ителәсәк. Сараны үткәреү урыны тураһында һуңғы ҡарар киләһе йыл ҡабул ителә.
Ярыштар 2021 йылдың июль-авгусында уҙғарыла. Унда донъяның 100-ҙән ашыу иленән 3 600 спортсы, 200 рәсми кеше, 400 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле ҡатнашыуы көтөлә.


Вернуться назад