Донъя беренселеге Өфөгә киләсәк10.01.2012
Рәсәйҙең йыйылма командаһы көмөш миҙал яуланы
Ошо көндәрҙә Канаданың Калгари ҡалаһында йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя беренселеге тамамланды. 1988 йылда ошо уҡ ҡалала үткән ярыштарҙа СССР-ҙың йәштәр командаһы алтын миҙал яулап ҡайтҡайны. Был тарихи уйында “Салауат Юлаев” командаһы уйынсыһы Игорь Кравчук һәм 2011 йылда беҙҙең хоккейсыларҙы еңеүгә алып килгән тренер Вячеслав Быков ҡатнашҡан. Әлеге команда составына юлаевсыларҙың ҡапҡасыһы Андрей Василевский һәм һаҡсы Илдар Иҫәнғолов ингәйне. 2013 йылда йәш командалар араһында донъя беренселеге Башҡортостанда үтәсәк.
Тантананы асҡан мәлдә Канаданың Калгари ҡалаһындағы “Скотиабанк Саддлдом” стадионында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. “Республикала, Бөтә Рәсәйҙәге һымаҡ уҡ, хоккей – алдынғы спорт төрө. Илле йыллыҡ тарихы булған “Салауат Юлаев” хоккей клубының республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа ла үҙ көйәрмәндәре бар. Башҡортостанда халыҡ-ара спорт форумдары йыш үтә. Бындай уйындар ойоштороу өсөн республикала бөтә шарттар тыуҙырылған. 2013 йылда Башҡортостанда үтәсәк донъя беренселеге ил һәм донъя хоккейының үҫешенә ҙур йоғонто яһар тип ышанабыҙ. Бөтөн донъянан киләсәк ҡунаҡтарҙы, спортсыларҙы Башҡортостан ерендә көтәбеҙ”, – тиелә хатта.
Швеция һәм Рәсәйҙең йыйылма командалары араһында уйын бик көсөргәнешле барҙы. Арыу үҙенекен иттеме, әллә уңыш Швеция командаһына йылмайҙымы – рәсәйҙәр был уйында еңелеүгә дусар булды. Донъя беренселегенән команда көмөш миҙал менән ҡайтты. Өсөнсө урынға Канада йыйылма командаһы сыҡты.
Л. НУРЕТДИНОВА.


Вернуться назад