Күңел тамаша көтә10.01.2014
Байрам тигәс тә, ашап-эсеп кенә ятып булмай бит ул! Күңел тағы нимәлер көтә. Көйәрмән кешенеке бигерәк тә. Яңы йыл байрамында спорт ярыштары туҡталыбыраҡ ҡала, әммә хоккей һөйөүселәр тамашанан мәхрүм түгел. Континент беренселегендә тәнәфес булһа ла, йыл аҙағы-йыл башы – йәштәр араһындағы донъя чемпионатының тап ҡыҙған сағы. Былтыр, хәтерләһәгеҙ, хатта 31 декабрҙә кис көнө Өфөлә Рәсәй – Канада матчы уҙҙы. Ә был ике ил командаһының сәкәләшеүе, ай-һай, гел зәһәр була!

Быйыл да ярайһы уңышлы сығыш яһаны хоккейсыларыбыҙ. Йәнә бронза миҙал яуланылар. Шуныһы ҡыуаныслы: йыйылма команда составында “Салауат Юлаев” клубы уйынсылары ла бар ине. Антон Слепышев капитан булһа, Андрей Василевский — турнирҙың иң яҡшы ҡапҡасылары иҫәбендә. Егеттәрҙе ҡотлайбыҙ!
Йылды “Салауат Юлаев” та шәп башланы. Риганың “Динамо”һын 3:0 иҫәбенә отоп барып, иҫәпте тигеҙләтеүҙәре бер аҙ кәйефте төшөрҙө-төшөрөүен. Әммә овертаймда, тьфү-тьфү, күҙ теймәһен, Кирилл Кольцовтың тырышлығы арҡаһында Никита Филатов гол индереп, беҙгә еңеү килтерҙе – 4:3.
ЦСКА-ның ҡунаҡҡа килеүе лә иғтибарһыҙ үтмәне. Александр Радулов уйнаған командаға бирешмәү үҙе үк ҙур мәртәбә бит! Өҫтәүенә, ул беҙҙең өсөн ят бауыр түгел. Радулов үҙенең шайбаһын индерҙе, ләкин мәскәүҙәрҙе еңдек – 5:2!
Бындай ҡыуаныстан һуң боҙға ҡарауы ла күңелле ине: көйәрмәндәр уны йомшаҡ уйынсыҡтар менән күмде. Был мәрхәмәтлек акцияһын ойоштороусы клуб уларҙы балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә тапшырасаҡ.
Оһо, йәшәйбеҙ икән! Еңеүҙәрҙән һуң кәйеф күтәренке. Әммә юлаевсылар уттан алып һыуға һалды: Чехиянан килгән “Лев”ҡа отолоп ҡуйҙылар – 1:5. Уның ҡарауы, Словакиянан “Слован”ға бирешмәнек – 4:2.
Иртәгә – Братиславала “Йондоҙҙар матчы”. Унда беҙҙән Андрей Зубарев менән Кирилл Кольцов ҡатнаша. Ҡарайбыҙ, көйәбеҙ яҡташтар өсөн! “Салауат Юлаев” иһә чемпионатты шишәмбе көндә ут күршеләребеҙ Магнитогорскиҙа дауам итәсәк.


Вернуться назад