Морат тауының яңы һулышы09.01.2014
Морат тауының яңы һулышыДонъялағы ҡайһы бер илдәр туризмдан килгән килем иҫәбенә көн күрә. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың ял итеүгә иғтибары артты, сит илгә сығыусылар ҙа күбәйә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа етерлек. Әммә бөгөн илебеҙҙәге туризм хеҙмәтләндереүе ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә үҫешмәгән. Ошоға бәйле ил етәкселеге был өлкәгә иғтибарҙы арттырҙы: инвестициялар йәлеп ителә, яңынан-яңы ял йорттары ҡалҡып сыға.

Матур тәбиғәтле Белорет ере лә төрлө төбәктәрҙән күптәрҙе магнит кеүек тарта. Ял көндәренә ҡарай Өфө, Магнитогорск ҡалалары яғынан бер-бер артлы машиналар ағыла. Тик туристарҙың күпселеге – ҡырағай ысул менән ял итеүселәр. Уларҙың тау-тау сүп-сар ҡалдырыуы, тәбиғәткә ҡарата мәрхәмәтһеҙ ҡыланыуы борсоуға һала. Шуға был күңелһеҙ күренештән арыныу, ял итеүселәрҙе йәлеп итерлек шарттар тыуҙырған туҡталҡалар, турбазалар төҙөүгә иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Ойошторолған туризм, берҙән, тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалаһа, икенсенән, ил ҡаҙнаһын тулыландырыуға булышлыҡ итәсәк.
Беҙҙең райондың тағы бер өҫтөнлөгө бар – республикабыҙҙағы иң ҙур тау саңғыһы үҙәге урынлашҡан. Абҙаҡтағыһы Магнитогорск металлургия комбинатының тейешле иғтибар биреүе арҡаһында ял итеүселәрҙең, спортсыларҙың яратҡан үҙәгенә әйләнде. Ә бына Белорет металлургия комбинаты Морат тау саңғыһы үҙәген үҫтереүгә әллә ни әһәмиәт бирмәне. Әммә шундай шарттарҙа ла йәш быуынды был спорт төрөнә йәлеп итеүгә бар көсөн һалған коллектив үҙ эшен дауам итте. Ниһайәт, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был үҙәкте үҫтереүҙе үҙ контроленә алды.
Бөгөн иһә Морат тауы төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Былтыр яһалма ҡар эшләү линияһы сафҡа индерелде. Дүртенсе трасса өсөн тау битен ағастан таҙартҡандар, күтәреү ҡорамалдары урынлаштырыла, артылыш пункты төҙөлә. Тауға күтәреүсе ҡоролма дүрт креслонан торасаҡ. Бейек тау итәгенең ҡайһы бер урындарында трактор эшләй алмай, шуға ла күтәреүсе ҡорамалды урынлаштырғанда төҙөүселәр вертолет ҡулланырға йыйына.
Трассаны әҙерләүҙең дә нескәлектәре бар икән: ағас төбөн тулыһынса алмайҙар, тамырҙары ер ҡатламын шыуыуҙан һаҡлаһын өсөн төбөнән ҡырҡалар. Төп эш тамамланыу алдында.
“Һаҡаллы” төҙөлөшкә әйләнгән өс ҡатлы бина бөгөн яңы төҫ алған: газ тоташтырғандар, йылылыҡ, һыу үткәрелгән, буяу, биҙәкләү эштәре лә тамамлана, кис шыуырға яратыусылар өсөн беренсе күтәргес, тау башы һәм икенсе трасса яҡтыртыласаҡ.
Беҙ барғанда тау саңғыһы мәктәбенең элекке ағас бинаһын һүтәләр ине. Балаларҙың шыуыу ҡорамалдарын күптән яңы бинаға күсергәндәр. Автомобилдәр өсөн туҡталҡалар төҙөү, юлдарға тротуар плитәһе, асфальт түшәү, йәғни биләмәне төҙөкләндереү эштәрен тиҙ арала тамамлаясаҡтар. Тиҙҙән ҡунаҡхана комплексы төҙөлә башлаясаҡ. Трассаға яҡыныраҡ административ-хужалыҡ корпусы һалыу планлаштырыла.
Булған дүрт трассанан, ҡар һалыу линияһынан тыш, төньяҡ битләүҙә тағы ла ике юл һәм өс ҡар һалыу линияһы төҙөү ҡаралған. Төньяҡ битләүҙәге юл иң оҙоно буласаҡ – 1600 метр. Ысынлап та, Морат тауын үҫтереү планы тормошҡа ашһа, Белорет ере спортсылар тәрбиәләүҙә тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яулаясаҡ, тау саңғыһын һөйөүселәрҙең, туристарҙың яратҡан урынына әйләнәсәк.


Вернуться назад