Яңы үрҙәр яуланыр28.12.2013
Яңы йыл байрамы алдынан Бөрйән районы тарихында мөһим ваҡиға – Иҫке Собханғолда физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов, «БашРегионСтрой» йәмғиәтенең генераль директоры Ирек Әхмәҙуллин, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдар Ғәбитов, район хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
– 2011 йылда ФОК-тың исемен билдәләү өсөн конкурс иғлан ителгәйне. Тәҡдим ителгән варианттар бихисап булды. Халыҡ шулар араһынан башҡорт халҡының бөтә донъяға билдәле тарихи-мәҙәни ҡомартҡыһы – мәшһүр «Урал батыр» эпосына бәйләп, «Урал» исемен һайланы. Киләсәктә күп данлыҡлы спортсыларыбыҙ үҫер, яңынан-яңы еңеүҙәр яуланыр тип ышанабыҙ, – тине район хакимиәте башлығы.
Ҡыҙыл таҫма киҫелгәндән һуң ҡунаҡтар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған спорт, тренажерҙар залына, бассейнға, шашка-шахмат уйыны, ял бүлмәләренә үтте. Уларҙы райондың спорт ветерандары, йәштәр ҡаршы алды. Һәр кем үҙ спорт төрө буйынса оҫталығын күрһәтте. Тантанаға килгән халыҡ комплекс биләмәһендәге боҙ майҙансығында Иҫке Монасип менән Иҫке Собханғол хоккей командаларының сәмле уйынын ҡараны.