Һау бул, Олимпия уты!24.12.2013
Һау бул, Олимпия уты!Өфөлә ике көн буйы барған “Сочи-2014” Олимпия уты эстафетаһы тамамланды.
Барлыҡ Өфө урамдарын нурға балҡытып дауам иткән эстафетаның һуңғы саҡрымдары яҡынлашты. Лондонда үткән Паралимпия чемпионы Анастасия Овсянникова уны танылған спортсы Алексей Селиверстовҡа тапшырҙы.
Тулҡынландырғыс минуттар етте. Ҡышҡы һалҡындан йөҙө алланған Алексей үҙенең арауығын йүгереп үтеп, “Өфө-Арена” эргәһендәге сәхнәгә күтәрелде һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә Олимпия утын ҡабыҙҙы.
– Ике көн буйы Өфө Олимпия утының баш ҡалаһы булды, – тине республика етәксеһе. – Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо байрам менән ҡотлайым. Беҙҙең йыйылма командаға инәсәк спортсыларға уңыштар, яҡшы һөҙөмтәләр теләйем!
Танылған яҡташыбыҙ Алексей Селиверстов та йыйылыусыларға үҙенең матур теләген еткерҙе:
– Барыбыҙ ҙа, гүйә, Сочиҙағы Олимпия стадионында баҫып торабыҙ, тулҡынланабыҙ. Тарихҡа инеп ҡаласаҡ тамашаның шаһиты булдыҡ – күҙ алдыбыҙҙа Олимпия уты тоҡанды. Һеҙҙең йөрәктәрҙә лә ут балҡыһын.
Ошонан һуң, күңелде елкендереп, Олимпия бейеүе башҡарылды, Эстафета гимны яңғыраны. Факел Ырымбурға ҡарай юл алды.
Һау бул, Олимпия уты!


Вернуться назад