Олимпия уты Өфөгә килде!21.12.2013
Олимпия уты  Өфөгә килде!Бәй, был ни ғиллә? Әллә Өфө урамдары киңәйгәнме? Ҡара-ҡара, бығаса юлды ҡаплап тегеләй-былай теҙелеп киткән машиналар ҙа ғәйеп булған. Тулы тәртип! Бындай юлда йөрөүе лә күңелле. Олимпия эстафетаһын ҡаршы алыу өсөн “Өфө” вокзалына ана шулай анһат ҡына барып еттек.
Вокзал гөж килә. Бейейҙәр, йырлайҙар. Барыһында ла байрам кәйефе. Шулай булмаҫлыҡ та түгел шул! Илдә беренсе тапҡыр Олимпия уты, барлыҡ Рәсәй буйлап йөрөп, 20 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһына килде. Уны республика йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡаршы алды.
Факелды тәүгеләрҙән булып Олимпия уйындары призеры Руслан Насибуллин ҡабул итеп, бер аҙҙан Данил Айытҡоловҡа тапшырҙы. Тамаша ҡылырға сыҡҡандар тиҙҙән уны “Өфө” футбол клубы директоры Илдус Бигловтың ҡулында күрҙе. 1980 йылда Мәскәүҙә үткән Олимпия уйындары чемпионы Игорь Соколов иһә шашкасы Айнур Шәйбәковҡа тотторҙо… Шулай итеп, серле ялҡын, ҡулдан-ҡулға күсеп, Карл Маркс, Пушкин, Туҡай, Зәки Вәлиди, Совет, Сочи урамдары буйлап китте. Софья Перовская, Аврора, Эшсе хәбәрселәр, Степан Кувыкин, Менделеев урамдарынан һуң Олимпия утын “Салауат Юлаев” майҙанында, ә сәғәт икелә “Олимпик-Парк” тау саңғыһы үҙәгендә ҡаршы алдылар.
Эстафетаның тәүге көнө “Аҡбуҙат” ипподромында тамамланды. Бында ҡунаҡтарҙы 800 Ҡыш бабай көтөп тора ине. Ә үҫмерҙәр араһында бишалыш буйынса Европа чемпионы Гөлназ Ғөбәйҙуллинаның факелды атта һыбай йөрөтөүен йыйылыусылар ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Олимпия уты  Өфөгә килде!Бөгөн иһә эстафета Өфө моторҙар етештереү берекмәһе майҙанынан башланды. Ферин урамынан юл алған тамашаны Сельская Богородская, Интернациональ, Вологда һәм баш ҡаланың башҡа урамдарында йәшәүселәр хозурланып күҙәтте. Унан һуң Олимпия уты Еңеү паркында, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында, Республика урыҫ дәүләт драма театрында, Башҡорт дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәгендә лә халыҡтың күңеленә нур һалды.
Был көндәр ҡала халҡы өсөн үҙе бер байрамға әүерелде. Төрлө конкурстар, викториналар ойошторолдо. Шулай уҡ “Өфө-Арена”ла Рәсәй олимпия командаһы йорто асылды.
Ғәжәп үҙенсәлекле тамаша ике көн буйы 86 саҡрымдан ашыу юл үтте, утты 400 кеше ҡулында йөрөттө. Тантана бөгөн “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда тамамлана. Бында Олимпия утын танылған спортсы Алексей Селиверстов менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡабыҙа. Факел артабан Ырымбурға оҙатыла. Эстафета 7 февралдә, барлығы 65 мең километр ара үтеп, Сочи ҡалаһында тамамлана. Шулай XXII Олимпия уйындарына старт бирелеүен хәбәр итәсәк ул.
...Их, шундай саралар йышыраҡ ойошторолһа ине. Ҡарҙан таҙартылған, иркен урамдарҙан йөрөү ҡайһылай рәхәт!


Вернуться назад