Бронза менән хушһындыҡ20.12.2013
Йыл чемпионаты
Яңы йыл алдынан, ял көндәрендә спорт һөйөүсе барса халыҡ, көйәрмәндәр, моғайын, йәштәр командалары араһындағы хоккей буйынса донъя чемпионатын күҙәткәндер. Көтөп алған был сарала һәр ил үҙенекен боҙ батыры итеп күргеһе килде, фараз ҡылды.
Уйындың тәүге көнөндә Рәсәй егеттәренең Словакия командаһын бары овертаймда ғына 3:2 иҫәбенә еңеүе һағайырға мәжбүр итте. Унан һуң беҙҙекеләрҙең АҠШ йәштәренә ҡаршы уйыны ла көсөргәнешле барҙы. Был юлы шәп уйнаны егеттәребеҙ, дәғүәселәрен 2:1 иҫәбенә теҙ сүктерҙе. Ә бына немецтарҙы 7:0 иҫәбенә анһат ҡына еңдек.
31 декабрҙә Рәсәй егеттәрен Канада командаһы көтә ине. Тәүге осорҙа диңгеҙ аръяғы ҡунаҡтары беҙҙекеләрҙең ҡапҡаһына ике шайба индерҙе. Тиҙҙән Никита Кучеровтың мәргәнлеге менән ҡаршы яҡтағыларҙың ҡапҡаһына бер шайба осто. Әммә уйын ахырына ҡәҙәр дәғүәселәребеҙҙең дүрт “бүләген” ҡабул итеп өлгөрҙөк. Бынан тыш, Владимир Ткачев һуңғы секундтарҙа буллитты ла файҙалана алманы. Шулай итеп, канадалар рәсәйҙәрҙе 4:1 иҫәбенә еңде.
Барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көткән ярымфинал уйындары ла көсөргәнешле барҙы. Тәүгеһендә Канада менән АҠШ командалары осрашты. Әммә уйын көтөлмәгән йүнәлеште алыр тип бер кем дә уйламағандыр, бығаса еңелеү белмәгән Канада егеттәре күршеләре алдында еңел биреште — 5:1 иҫәбе менән еңелде.
Икенсе ярымфинал уйындарында шведтар беҙҙекеләрҙең ҡапҡаһына бер-бер артлы ике шайба индерҙе. Рәсәйҙәр ҙә ойоп йөрөмәне: икенсе осорҙа Андрей Миронов ҡаршы яҡҡа бер “күстәнәс” осорһа, өсөнсөһөндә Михаил Григоренко иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы. Әммә буллитта беҙҙекеләрҙең йәнә “теше үтмәне”. Һөҙөмтәлә 3:2 иҫәбе менән отолдоҡ...
Чемпионатта беҙҙең егеттәр “бронза” менән хушһынды.