Көйәрмәндәргә лә еңеү рухы күсте20.12.2013
Көйәрмәндәргә лә еңеү рухы күстеЙыл уйындары

Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр беҙҙә үткән Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөнөң дүрт спорт объектында барҙы. Донъяның төрлө илдәренән, 59 ҡаланан йыйылған йәш спортсылар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, тау саңғыһы, саңғы уҙышы, спорт ориентиры, сноуборд буйынса көс һынашты. Улар араһында өфөләр иң күп булыуы менән айырылып торҙо.
Көндәрҙең берсә һалҡынлап, берсә буранлап тороуы сноуборд, саңғы ярышы, тау саңғыһы, спорт ориентиры кеүек тәбиғәт ҡосағында үткән уҙыштарға кәртә була алманы.
Хоккей уйындарында йәш юлаевсыларҙың ғәжәп уңышы барлыҡ көйәрмәндәрҙе һоҡландырҙы. Шулай итеп, алтын миҙалды яҡташтарыбыҙ эләктерҙе. Киләсәктә ошо үҫмерҙәрҙең республикабыҙҙы данға күмеренә ышанғы килә.
Миҙалдар һаны буйынса Рәсәй спортсылары – беренсе (22 алтын, 20 көмөш һәм 18 бронза). Икенсе – Ҡаҙағстан командаһы (бөтәһе 5 миҙал), өсөнсө – Словения (4 миҙал).
Әйткәндәй, был сара балалар һәм үҫмерҙәр генә түгел, спорт һөйөүселәрҙең барыһы өсөн дә оло байрамға әүерелде. Бер көндә бер нисә урында ярыш үтеүгә ҡарамаҫтан, бәйгене ҡарарға килеүселәр ифрат күп ине. Дүрт көн һиҙелмәй ҙә уҙҙы, был осорҙа донъяның 20 иленән килгән меңләгән бала спорт ярыштарында ҡатнашып ҡына түгел, үҙ-ара дуҫлашып та өлгөрҙө.
Өфөләге Халыҡ-ара балалар уйындары юғары баһаланды.


Вернуться назад