Илдустың да өлөшө бар20.12.2013
Рәсәй Пенсия фондының Дүртөйлө районы һәм ҡалаһындағы идаралығы начальнигы Илдус Нуретдинов факелды ҡабул итергә әҙерләнә — ул республикабыҙҙа утты алып барасаҡ 400 кеше иҫәбенә инде.
Сочиҙағы Олимпиада партнеры ойошторған бәйгелә еңеүе килтерҙе Илдус Нуретдиновҡа был бәхетте. Ул йүгереү буйынса спорт мастеры, бығаса Өфө, Одесса, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Шадринск, Нефтекама һәм башҡа ҡалаларҙа уҙғарылған ярыштарҙа еңеүгә өлгәшкән, 1991 йылда СССР халыҡтары спартакиадаһында, СССР кубогында, 2005 йылда “Бөйөк Рус Юлы” Рәсәй — Британия еңел атлетика сараһында ла ҡатнашҡан.
Илдус Нуретдинов Пенсия фонды идаралығы етәксеһе итеп 2010 йылда тәғәйенләнгәйне. 22 декабрь — Рәсәйҙең Пенсия фонды ойошторолған көн, тап ошо мәлдә Олимпия утын уның ҡарамағындағы идаралыҡ начальнигы алып барыуы тәрән мәғәнәгә эйә.


Вернуться назад