Олимпия уты эстафетаһы Өфөлә ике көн буласаҡ. Факелды алып барған 400 кеше ҡулында ул баш ҡаланың төп урамдары һәм иҫтәлекле урындары буйлап 80 саҡрым юл үтергә тейеш. Эстафета шәмбе кис “Өфө-Арена” комплексы алдындағы майҙанда тамамланасаҡ. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Олимпия утын тоҡандырасаҡ.
Өфөгә килгән факелды беренсе булып Олимпия уйындары призеры, фехтовальщик Руслан Насибуллин ҡабул итәсәк. Башҡортостан этабында утты алып барыусылар иҫәбенә шулай уҡ халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, Олимпия уйындары призеры, бобслей буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Алексей Селиверстов, хоккей буйынса донъя чемпионы Александр Семак, атыу буйынса Олимпия уйындары чемпионы Игорь Соколов, ун өс тапҡыр Паралимпия чемпионы, еңел атлет Рима Баталова инә. Республикабыҙҙан ут Ырымбур өлкәһенә оҙатыласаҡ.
* * *
Әлбиттә, был көндәрҙә баш ҡалалағы автобустар хәрәкәте үҙгәрәсәк, уның тулы схемаһы беҙҙең сайтта бирелгән.