
20–21 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында урамдар буйлап Олимпия уты үтә. Эстафета уҙғарылған осорҙа Өфөлә юл хәрәкәте сикләнә.
20 декабрҙә түбәндәге урамдар ябыла:
10.10 — 11.47 — Вокзал яны майҙаны — К. Маркс — Пушкин — Вәлиди — Туҡай;
11.47 — 12.26 — Совет — Цюрупа — Сочи;
12.26 — 15.00 — Софья Перовская — Аврора — Эшсе хәбәрселәр — С. Кувыкин — Менделеев;
15.03 — 16.07 — СССР-ҙың 50 йыллығы — Комсомол — Урман техникумы — Сипайлово;
16.07 — 18.30 — Ю. Гагарин — Академик Королев — Маршал Жуков — Сипайлово — Менделеев — Аврора.
21 декабрҙә ябылған урамдар:
9.00 — 9.40 — Сельская Богородская — Интернациональ — Вологда — Орджоникидзе — Беренсе Май;
10.14 — 11.40 — Конституция — Комаров — Тоннель;
11.47 — 13.27 — Октябрь проспекты — СССР-ҙың 50 йыллығы — Р. Зорге — Галле ҡалаһы — Әй;
13.35 — 13.59 — Революция — Минһажев — Октябрҙең 50 йыллығы — Цюрупа;
14.01 — 15.45 — Киров — Ветошников — Чернышевский — Октябрь революцияһы;
15.47 — 16.49 — Вәлиди — Театр — Пушкин — Ғафури — Коммунистик;
16.51 — 18.30 — Ленин — Достоевский — Ибраһимов бульвары — Ленин — Цюрупа.
Эстафета “Өфө-Арена”ла Олимпия утын ҡабыҙыу менән тамамлана.