Ҡыуанабыҙ, көйөнәбеҙ...13.12.2013
Кирилл Кольцовты маҡтап яҙҙыҡ та ҡурҡып ҡуйғайныҡ. Йәнәһе, күҙ тейҙермәҫбеҙме икән? Юҡ, артабанғы матчтарҙа ла һоҡланғыс уйнаны.
“Авангард” быйыл артта һөйрәлә, хатта плей-офҡа ла әллә эләгәләр, әллә юҡ. Шулай ҙа “Салауат Юлаев” менән осрашыуҙары бик көсөргәнешле үтә. Ҡарайыҡ, нисек тамамланыр был сәкәләшеү?
Осрашыу ҡыҙыу башланды. Ҡунаҡтар сафында – элек беҙҙә уйнаған Мезин, Баранка, Пережогин. Ә инде унда күскән чех Мирослав Блатякты бөтөнләй үҙ итеп бөткәйнек, бигерәк йәл. Шулай ҙа төп йомаҡ әлеге миҙгел башында ғына “Авангард”та уйнаған Томаш Заборскиҙың – Өфөгә, Штефан Ружичканың иһә, киреһенсә, беҙҙән Омскиға күсеүе ине. Кемеһе үҙен күрһәтер?
Бына яуап та табылды: тәүге голды индергәндә тап Заборски пас бирҙе. Ә осрашыу һуңындағы икенсе шайбаның авторы ул булды. Сиренаға тиклем ун минут ҡына ҡалғайны, һөҙөмтә билдәле кеүек ине инде, әммә Омск хоккейсылары отолорға теләмәне: егерме секунд эсендә иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙылар! Тағы овертайм булырмы? Уф, был юлы бәләнән араланы Хоҙай, әлеге лә баяғы Кольцов бик оҫта ғына итеп ҡунаҡтарҙың бер нисә уйынсыһының күҙ уңынан ысҡынды ла ҡапҡа алдындағы Антти Пильстремға пас биреп өлгөрҙө. Ул һынатманы – 3:2!
Артабан быйыл бөтәһен дә аптыратҡан “Барыс” ҡунаҡҡа килде. Уға бынан алда ла отолғайныҡ инде. Әле лә рәттән өс еңеү яулап килеп төштөләр Өфөгә. Хатта көнсығышта беренсе урынға сыҡтылар.
Уҙған матч геройҙары Заборски менән Кольцов башта уҡ иҫәпте 2:0 итеп ташланы. Афарин, егеттәр. Тик һаҡ булығыҙ, “Барыс” бирешә торған команда түгел. Әйткәнем юш килде – ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләп, алға уҡ сығып китте. Ярай әле, ике минут эсендә үҙебеҙ Игорь Мирнов, Антон Слепышев, Дмитрий Макаров тырышлығы менән өс гол индереп, Астана хоккейсыларын шаңҡыттыҡ. Шул мәлдән иҫтәренә килә алманылар, аҙаҡтан инде Заборски йәнә бер шайбаһы менән матур ғына итеп уйынға нөктә ҡуйҙы. 6:3 – бик мөһим еңеү!
Ә бына сәфәр сығып, Ярославлдә “Локомотив”тан 2:4 иҫәбенә отолоу кәйефте төшөрҙө. Хужалар етеҙерәк тә, даланлыраҡ та булды.