Кесе йомала баш ҡаланың “Өфө-Арена” универсаль спорт комплексында көйәрмәндәр иғтибарына буласаҡ ҡышҡы Олимпия уйындарының миҙалдары тәҡдим ителде. Күргәҙмә Өфөлә бер нисә көн булғас, илдең башҡа төбәктәренә юлланасаҡ.
Ошо айҡанлы уҙған тантанала билдәле спортсылар Рима Баталова менән Алексей Селиверстов ҡатнашты.
Миҙалдар бик үҙенсәлекле итеп уйланылған: һүрәттә ҡояш нурҙары ла, аҡ “бүрек”ле тауҙар ҙа, боҙ ҙа, диңгеҙ ҙә бар. Уң яғында Олимпия ҡулсалары һынландырылһа, артында – инглиз телендә ярыш төрөнөң исеме менән “Сочи-2014” эмблемаһы.
Бөтәһе 1254 миҙал ҡойоласаҡ. Алтыны – иң ауыры, 531 грамм тарта. Ул хужаһына – Рәсәй спортсыһына 4 миллион һумлыҡ аҡсалата премия килтерәсәк. Көмөш миҙал өсөн – 2 миллион ярым, бронзаға 1 миллион 700 мең һум түләнәсәк.