Һөймәлекле һөйәге бар06.12.2013
Кеше эше менән матур. Бына Кирилл Кольцовты ла ҡырыҫ холоҡло, аралашып бармаҫ, үҙ-үҙенә бикләнеүсән юлаевсы тип беләләр. Хатта иптәштәре лә йыш ҡына уны шаярта, төртмә һүҙҙәр әйтә, имеш. Ә инде боҙға сыҡһа, Кириллды танып та булмай. Һаҡсы булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер һөжүм итеүселәрҙән былайыраҡ уйнай, сәкән тотҡан ҡулына күҙ эйәрмәй, голдары ла береһенән-береһе матур. Шул оҫталығы өсөн дә көйәрмәндәр ярата үҙен.
Силәбелә тыуып үҫеп, “Авангард”та уйнаған Кольцовты “Салауат Юлаев”ҡа саҡырғастар, һөймәлекле һөйәге булдымы, уны шунда уҡ үҙ иттеләр. Ике тапҡыр чемпион исемен яулағандан һуң СКА командаһына киткәс тә юҡһындылар. Ә инде унда эше уңмай башлағас, әйҙә, кире ҡайт беҙгә, тип үк ебәрҙеләр. Кем уйлаған инде Кириллдың быны ысынға алырын?! Аптырап торманы, ҡайтты ла төштө. Йәнәһе, ҡатыны Светлана ла Санкт-Петербургты үҙһенмәгән, Өфөнө бик яратабыҙ, бында Рәсәйҙәге иң яҡшы көйәрмәндәр йәшәй, ти икән.
Күҙ теймәһен, Кольцов һуңғы арала һоҡланғыс уйнай. Юҡҡамы ни, уны киләһе “Йондоҙҙар матчы”нда ҡатнашыусылар исемлегенә беренселәрҙән булып һайлап та ҡуйҙылар. Бына КХЛ-дың сираттағы осрашыуында “Югра”ны еңеүгә лә хәл иткес өлөш индерҙе Кирилл.
Иҫәпте юлаевсыларҙан Денис Хлыстов асты. Афарин, капитан! Тик, ырым буйынса, беҙ уйынды уңышлы башлаһаҡ, аҙағы хәйерһеҙ бөтә торған. Икенсе шайбаны көтә-көтә көтөк булдыҡ. Егерме минут буйы – теүәл бер осор – ҡапҡалар биктә торҙо. Әммә гол беҙҙекенә инде. Ҡурҡҡаныбыҙ юш килде лә баһа...
Әммә тағы бер Өфө егете бар бит әле: Никита Щитовтың баһадир көсө менән һуғып ебәреүенә ҡунаҡтар ҡапҡаһы сыҙаманы – 2:1! Өс минут түҙһәгеҙ, егеттәр, еңеү кеҫәлә, тигән һүҙ. Их-ма, 16 секунд ҡалғайны ла, себер егеттәре иҫәпте тигеҙләне.
Хоҙайым, быйыл инде нисәнсе овертайм! Уларҙа гел отолабыҙ бит әле. Был юлы ла шулай булырмы? Ҡайҙа һуң шунда бер сосо, етеҙе? Ишетте Кольцов! Бөтәһен дә оҫта ғына итеп алданы ла шайбаһы ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына инеп тә ятты. Ура, еңеү беҙҙә – 3:2!


Вернуться назад