Хәстәр булғас, еңеү ҙә бар04.12.2013
Хәстәр булғас, еңеү ҙә бар— Кисә генә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан шатланып, дәртләнеп ҡайттыҡ. Волга буйы федераль округындағы мәктәп уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй халыҡ уйындары һәм спорттың милли төрҙәре фестивалендә Башҡортостандың йыйылма командаһы составында ҡатнаштыҡ. Был юлы республикабыҙ данын Мәләүез, Ҡариҙел һәм Көйөргәҙе райондары үҫмерҙәре яҡланы. Уҡыусылар араһында ойошторолған Рәсәй беренселегендә I урынды яулау — оло еңеү! Һөҙөмтәлә Павловка мәктәбе уҡыусылары көйөргәҙеләрҙе йәнә бер баҫҡысҡа юғары күтәрҙе.

Былтыр Башҡортостанда үткән фестивалдә II урынды алып ҡайтҡайныҡ. Ярыштарҙа ҡатнашыуҙың үҫмерҙәр өсөн әһәмиәте ҙур, сөнки улар үҙ көстәренә баһа бирергә өйрәнә, башҡаларға ҡарап, өлгө ала, бер-береһенә тиңләшергә тырыша. Аҙнаһына дүрт тапҡыр күнекмәгә йыйылалар, һәр береһе ихлас йөрөй, — ти Ермолаевка спорт мәктәбе тренеры Ю. Николаев.
Әйткәндәй, Юрий Николаевичтың үҙенең дә күңел күтәренкелеге һүрелмәгәйне, һәр тәрбиәләнеүсеһе хаҡында әллә күпме мәғлүмәт бирергә әҙер ине ул.
— Барғанда үҙ уйҙарына сумып, тып-тын ғына ултырған үҫмерҙәрҙе ҡайтҡанда алмаштырып ҡуйҙылармы ни! Юл буйы сәмле ярыш хаҡында булды һүҙҙәре, дәртләнеп, киләсәккә пландар ҡорҙолар, — ти ул.
Көйөргәҙе үҫмерҙәренең ҡайҙа барһалар ҙа еңеү яулауы — район хакимиәте башлығының спортҡа ылығыуҙарына булышлыҡ итеүенең һөҙөмтәһе, тиҙәр. Ярышта ҡатнашырға кәрәк булһа, транспорт бүленә, аҡса менән дә ярҙам ителә. Ҡыҫҡаһы, ниндәйҙер сәбәп табып, кире ҡаҡҡандары юҡ. Ҡайтҡас, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов үҫмерҙәрҙе үҙендә ҡабул итә йәки мәктәпкә барып ҡотлай. Билдәле, бындай саҡта башҡаларҙа ла сәм уяна.
— Ошондай йылы мөнәсәбәтте күргәс, бүтәндәр ҙә ҡанатланып китә һәм уҡыуҙан һуң фәҡәт спорт залына йүнәлә. Хатта ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә, мәҫәлән, былтыр Зарема Әмекәсова, Башҡортостан беренселегендә I урынды яулап, райондың данын күтәрҙе, — ти спорт комитеты рәйесе Василий Копылов.
Әле лә спорт залдарының буш торғаны юҡ, дәрестән һуң үҫмерҙәр күнекмәгә ашыға. Тренерҙарының һәр кәңәшенә ҡолаҡ һалып, көндән-көн таһыллыҡтарын арттыралар.


Вернуться назад