Яңы исемдәр кәрәк23.11.2013
Республикала Физик культура һәм спорттың юғары советы 1923 йылда ойошторола. Шунан бирле ойошманың исеме, эш йүнәлеше бер нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, бурысы шул килеш ҡала – спорт эшмәкәрлеген үҫтереү, халыҡты сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү. Бөгөн ул Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тип йөрөтөлә.
Ошо уңайҙан Өфөлә тантана булды. “Химик” мәҙәниәт һарайына мәртәбәле ҡунаҡтар, Рәсәй, Европа, донъя ярыштары, олимпия, паралимпия уйындары еңеүселәре йыйылды. Улар араһында, әлбиттә, спортты үҫтереү өсөн көсөн ҡыҙғанмаған башҡа һөнәр эйәләре лә бар ине.
Президент Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре араһында был юҫыҡта лайыҡлы урынды биләүе, беҙҙә бихисап спорт төрө үҫешеүе, спортсылар әҙерләнеүе, быларҙың барыһы ла күп кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәт емеше булыуы хаҡында һөйләне, рәхмәт әйтте.
Байрамды республикабыҙ яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Ошо йылдар эсендә легендаға әүерелгән тренерҙар, спортсылар, яңы исемдәр барлыҡҡа килде. Атыу буйынса Олимпия уйындары призеры Ренарт Сөләймәнов, штанга күтәреүҙә донъя рекорды ҡуйған Михаил Шабаев, илдең иң көслө мотоуҙышсылары Ғабдрахман Ҡадиров, Игорь Плеханов, Борис Самородов, һоҡланғыс хоккейсылар Ирек Ғимаев, Игорь Кравчук, Александар Семак һәм башҡа күптәрҙең исеме әле һаман күңелдә ғорурлыҡ хистәре уята.
– Беҙҙең спортсыларҙың, тренерҙарҙың исеме республиканың спорт тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған, – тине Президент. – Әммә йәштәр тиңләшерҙәй яңы исемдәр, яңы легендалар кәрәк.
Һуңғы осорҙа Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәреү үҙәгенә әүерелде. Хоккей буйынса донъя чемпионаты, Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары, шашка буйынса донъя чемпионатында яҡташтарыбыҙ юғары һөҙөмтәләргә өлгәште.
Тиҙҙән Өфөлә йәнә мөһим ваҡиға көтөлә – 21 – 22 декабрҙә баш ҡалабыҙ Олимпия уты эстафетаһын ҡабул итәсәк. Республикабыҙ спортсыларының Сочиҙа үтәсәк Олимпия уйындарында ла уңышлы сығыш яһарына ышаныс ҙур.
Тантанала Рәсәйҙең Олимпия комитетының башҡарма директоры урынбаҫары Андрей Селиванов бер төркөм спортсыларға юғары наградалар тапшырҙы, шулай уҡ ветерандар ҙа миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.