Астың асыуы яман. “Салауат Юлаев”тың туҡтауһыҙ отолоуы көйәрмәндәрҙең кәйефен төшөрҙө. Ябай халыҡты бит уйнай алмау сәбәбе ҡыҙыҡһындырмай, кешегә тик ыңғай хис-тойғо кәрәк! “Спартак”тан һуң “Медвешчак”(2:3) менән “Донбасс”(2:3) командаларына ла бирешеп ҡуйҙыҡ. Ниңәлер овертаймда ла, буллит буйынса ла эште еңеүгә алып барып еткереп булмай...
Үҙ боҙобоҙҙа сираттағы уйын Минскиҙың “Динамо”һы менән ине. Ул да уңыштары менән маҡтана алмай әлегә. Абынырбыҙмы, әллә хатаны төҙәтербеҙме?
Шул күҙгә салынды: ҡунаҡтар сосораҡ, йылдамыраҡ, контрһөжүмгә йәһәт күсәләр. Юлаевсылар аҡрыныраҡ, өлгөрмәйҙәр.
Тәүге голды оҙаҡ көтөргә тура килде. Үкенесле булды ул беҙҙең өсөн. Күпселектәбеҙ, һөжүм итәбеҙ. Бына-бына “белорустар”ҙың ҡапҡаһына шайба инер төҫлө! Әммә йәнә контрһөжүмде “йоҡлап ҡалып” һемәйәбеҙ. Тәнәфескә саҡлы ни бары 13 секунд түҙмәнек – “Динамо” иҫәпте асты. Һаҡсыбыҙ Кирилл Кольцов, ни хәтлем тырышһа ла, “реактив” һөжүм итеүсене туҡтата алманы...
Икенсе осор. Һөҙөмтәһеҙ генә уйын бара. Ун минут ваҡыт үтеүгә Кольцов, ниһайәт, хатаһын төҙәтте – 1:1. Ләкин тиҙҙән аҙсылыҡта ҡалабыҙ. Их, егеттәр, бына һеҙгә 1:2!
Өсөнсө осор бөтә команда өсөн хаталар өҫтөндә эш булды. Етеҙ фин Антти Пильстрем иҫәпте тигеҙләүгә бер минут та үтмәне, Денис Хлыстов команданы алға сығарҙы. Тағы 50 секундтан Теему Хартикайнен быҫҡып ҡына ятҡан өмөттө дөрләтеп ебәрҙе. Ә Антон Слепышевтың шайбаһы “Өфө-Арена”ны шатлыҡлы ауаздарға күмде – 5:2!
Кешегә бит күп кәрәкмәй. Был уңыш күңелдәргә һары май булып яғылды. Шулай ҙа ышанысты яуларға ғына түгел, яҡларға ла кәрәк. Бөгөн юлаевсылар Минскиҙа шул уҡ “Динамо” менән осрашҡас, быға яуап алырбыҙ.