“Алтын”дарҙың күбеһе — беҙҙә!19.11.2013
“Алтын”дарҙың күбеһе — беҙҙә!Салауат ҡалаһында Билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионаты ҡыҙыу барҙы.

Спортсылар келәмгә сығыу менән зал гөжләргә кереште. Күренеп тора: бында ысын көйәрмәндәр йыйылған! Ә көрәшселәребеҙгә был, гүйә, көс-ҡеүәт бирә – сит ил ҡунаҡтарын әйләндереп һалып ҡына торалар. Ана, бер келәмдә яҡташыбыҙ Рөстәм Арыҫланов алыша. Һай, ҡалай шәп көрәшә батырыбыҙ! Янына барып ҡына ҡара. Үҙе етеҙ, үҙе көслө! Былай булғас, еңеү беҙҙеке инде!
Икенсе келәм дә буш тормай – унда ҡатын-ҡыҙ көс һынаша. Ҡыҙыҡ икән: матурлыҡтың батырлыҡҡа әүерелгәнен күргән юҡ ине әле. Бәй, бында ла гел рәсәйҙәр еңә түгелме һуң? Һай, үҙебеҙҙекеләр!
“Алтын”дарҙың күбеһе — беҙҙә!
Евгений Строгановтың көрәш буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы булғанын ишеткән бар ине. Алтынсыға ошо исемгә лайыҡ булырмы икән? Ҡарайыҡ әле, ана, хәтәр алыш бара, нисек тамамланыр… Йә, егет, бирешмә, йә! Вәт, исмаһам! Әйләндерҙе лә һалды. Һай, афарин! Тағы чемпион бит, былай булғас!
Әһә, бында тағы бер яҡташыбыҙ Альберт Рәхмәтуллин көс һынаша. Хәле мөшкөл түгел – ырғыта ла ебәрә. Тәк, бына хәл иткес алыш. Һай, оҙаҡ алышалар, оҙаҡ. Украин батыры Дмитрий Арабаджи бил бирергә теләмәй. Шулай ҙа булмаһын ти, Донъя чемпионаты бит! Ҡаты алыш һәм... чемпион Рәхмәтуллин – ниндәй ғорур яңғырай!
“Алтын”дарҙың күбеһе — беҙҙә!Ҡыҙыҡ инде ул был уйынды күҙәтеүе. Көрәшәләр-көрәшәләр ҙә, бәхәсләшеп тә китәләр. Ярай әле төрлө илдән махсус саҡырылған судьялар тиҙ генә йыйылып, кәңәшләшеп ала. Әлбиттә, уйын булғас, ғәҙел булһын. Ә ғәҙеллек беҙҙең яҡта: 19 алтын миҙалдың 18-е – рәсәйҙәр иҫәбендә!
…Алыш тамам, еңеүселәр майҙан уртаһында. Беҙ – беренсе!

Ҡатнашыусы илдәр:
Рәсәй, Америка, Греция, Израиль, Латвия, Литва, Төркиә, Швеция, Монголия, Украина, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Әрмәнстан, Эстония, Үзбәкстан, Тажикстан.


Рөстәм АРЫҪЛАНОВ, ирекле стилдә 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәме буйынса еңеүсе, Башҡортостан:
– Нисек кенә көслө һәм тәжрибәле булма, залда һинең өсөн янып-көйөүселәр юҡ икән – еңеүгә юл ярыуы бик ауыр. Тыуған ерҙә, үҙ көйәрмәндәрең араһында сығыш яһау сәмде лә, яуаплылыҡты ла бермә-бер арттырҙы. Иң мөһиме — уларҙың ышанысын аҡлай алдым.
Әлбиттә, алыш еңелдән бирелмәне. Келәмгә бик оҫта һәм тәжрибәле көрәшселәр сыҡты.

Альберт РӘХМӘТУЛЛИН, классик стилдә 75 килограмм ауырлыҡ үлсәме буйынса еңеүсе, Башҡортостан:
– Дмитрий Арабаджи менән көрәш ауыр барҙы, шулай ҙа еңдем. Иң ҡыуаныслыһы: был еңеү миңә «Атҡаҙанған спорт мастеры» исеме алып киләсәк.

Вепа ОРАЗМОРАТОВ, ирекле стилдә 100 килограмм ауырлыҡ үлсәме буйынса еңеүсе, Төркмәнстан:
– Көрәш ҡатмарлы барҙы. Келәм батыры булыр өсөн бар тырышлыҡты, тәжрибәне һалырға тура килде. Егеттәр ныҡлы әҙерләнгән.
Шуныһын да әйтмәй булдыра алмайым: Башҡортостанда көрәшкә, спортҡа иғтибар ныҡ бүленә икән.

Нурулла ХИСМӘТУЛЛИН, СССР-ҙың ирекле көрәш, Рәcәйҙең милли көрәш буйынса спорт мастеры, тренер, уйынды күҙәтеүсе:
– Үҙем күберәк милли көрәш менән бәйләнгән булһам да, «билбау»ҙы ла күҙәтеүе бик ҡыҙыҡ. Үҙенсәлекле был спорт төрө буйынса барған әлеге чемпионат, әйтергә кәрәк, юғары кимәлдә ойошторолған. Спортсылар ҙа етди әҙерләнгән. Шуныһы ла мәғлүм булһын: билбау көрәше милли көрәшкә ҡарағанда күберәк етеҙлек талап итә. Республикала ошондай саралар йышыраҡ уҙған, көрәшкә иғтибар нығыраҡ булған һайын, үҫмерҙәр, йәштәр араһындағы эскелек, наркомания һымаҡ ҡот осҡос күренештәр ҙә бермә-бер кәмер ине тип уйлайым.


Вернуться назад