Арыҫландай батыр Арыҫланов16.11.2013
Арыҫландай батыр Арыҫланов– Әйҙә, Рөстәм! Билеңде бирмә!
– Ана шулай, һай афарин!
– Йә, Альбина, ҡурҡып торма!
– Вәт, исмаһам, батыр ҡыҙ!
…Бына шулай дәррәү дәртләндереүҙәр, ҡул сабыуҙар, һыҙғырыуҙар яңғырап торҙо Салауат ҡалаһындағы “Нефтехимик” спорт һарайында. Билбау көрәше буйынса донъя чемпионатына йыйылған батырҙар ике көн буйы көс һынашты.
Әлеге ярышҡа 30 илдән йәмғеһе 300-ләгән ҡатнашыусы йыйылды. Алышыусылар төрлө ауырлыҡ үлсәмендә ине. Көрәште ойоштороусылар белдереүенсә, бындай сараның Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел. Беҙҙә көрәш спорты – йәшәү рәүеше. Күпме батыр, донъя чемпионы тәрбиәләгән республикабыҙ! Һанай китһәң, бихисап.
Спортсыларыбыҙ тәүге көндә үк һынатманы — юғары баҫҡыстарҙа гел рәсәйҙәр. Иң ҡыуаныслыһы шул: улар араһында Башҡортостан егете Рөстәм Арыҫланов та бар.
Арыҫландай батыр Арыҫланов ирекле стилдә 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәме буйынса келәмгә сыҡты. Әйтергә кәрәк, Рөстәм тәжрибәһен, көсөн йәлләмәне. Тырышлығы спортсыға һәр алышта еңеү килтерҙе.


Вернуться назад