Ҡарайым да аптырайым: ҡайһы бер хоккейсылар команданы бирсәткә урынына алмаштыра. Йүнле оҫталыҡҡа эйә булмаһалар ҙа, йәһәт яңы йылы урын таба һалалар. Шулай бер ерҙән икенсеһенә күсеп, ғәмһеҙ генә ваҡыт уҙғара торалар. “Салауат Юлаев”ҡа ла быйыл ғына килгән Алексей Гришин китеп барҙы, ә Томаш Заборски тәүге матчында гол индерҙе лә тынысланды. Былтырҙан бирле һәйбәт һөҙөмтә күрһәтә алмаған Игорь Мусатовты ла ебәрергә мәжбүрҙәр. Урынына үҙебеҙҙең Никита Щитов ҡайтты. Әллә-әллә, фәтүә булырмы?..
Капитаныбыҙ Виталий Прошкин операциянан һуң өс ай йүнәләсәк әле. Йәл. Команданы кем туплар һуң? Күренеп тора, һәр кем юрғанды үҙ яғына тарта. Ә бер ҡылдан арҡан ишмәйҙәр, ти халыҡ. Билдәле, Ҡаҙағстандан “Барыҫ” – лидер, унан еңелгәнгә ғәжәпләнергә түгел. Ә бына Мәскәүҙән “Спартак” нимәһе менән юлаевсыларҙан өҫтөнөрәк? Күрәһең, ҡара тырышлығы менән.
Уйын башланды. “Евротур” осоронда етерлек ял иткәндәр, ахыры. Боҙ өҫтөнән ҡоштай осоп ҡына йөрөй хоккейсылар! Бына-бына гол булыр төҫлө. Һүнеп барған бер-ике “йондоҙ”он һанамағанда, ҡунаҡтар артыҡ көслө лә түгел. Шулай булды ла, өфөләр башлап уңышҡа өлгәште. Ләкин Теему Хартикайнен ныҡышып иҫәпте асып ебәргәндән һуң артыҡ ирәйеп киттек шикелле. Тәнәфескә 5 секунд ҡалғас, “Спартак” уны тигеҙләне. Егеттәр, ниңә әҙ генә түҙмәҫкә инде?!
Артабан һөҙөмтәһеҙ уйын китте. Әллә ҡапҡасылары Джефф Гласс шулай ныҡ торҙомо инде...
Эш овертаймға барып етте. Иң мөһиме – штраф ваҡыты алмаҫҡа! Ишетмәй шул юлаевсылар – Андрей Зубарев штраф эскәмйәһенә табан йүнәлә. Их, Андрей, “Евротур”ҙа иң яҡшы һаҡсы булып танылыуың менәнме ни, кәрәк саҡта команданы әҙселектә ҡалдырғас...
Һаҡлана торғас, бөтөнләй арынымы беҙҙекеләр, ҡарап тороп Дерон Куинттан шайба үткәрттеләр. 1:2 – йәнә еңелдек.