Алыш бармы, биреш бармы?13.11.2013
14 – 15 ноябрҙә Салауат ҡалаһында Билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты була. Ошо ваҡиға айҡанлы “Башинформ” агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Бөтә Рәсәй Билбау көрәше федерацияһы президенты Морис Йосопов ярыштың үҙәнсәлектәре менән таныштырҙы. Сараны “Газпром нефтехим Салауат” компанияһы, Билбау көрәше буйынса халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй федерациялары, Башҡортостандың Милли һәм билбау көрәше федерацияһы, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Салауат ҡалаһы хакимиәте ойоштора.
Ярыш ҡаланың “Нефтехимик” спорт һарайында үтә. Теләүселәр килеп тамашаны ҡарай ала.


Вернуться назад