Донъяға ауаз һалып, тормош һуҡмағынан күп саҡрымдар үтергә өлгөрмәһә лә, ҡайһы берәүҙәр бейек үрҙәр яулауға өлгәшә. Ана шундайҙарҙың береһе – яҡташыбыҙ Виктор Полетаев. Спартак ауылының ғорурлығы ул. Бәләкәйҙән үк етеҙ, спортты яратып, үҙ алдына изге маҡсаттар ҡуйып үҫә.
Виктор 18 йәштә волейбол буйынса үҫмерҙәр командалары араһында Европа һәм донъя чемпионы исемен яулай. Ныҡышмал егет һәр бәйгегә ентекле әҙерләнә, үҙ-үҙен аямай, көсөн, ваҡытын ҡыҙғанмай. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр бит. Бер туҡтауһыҙ үткәрелгән күнекмәләр үҙенең матур һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, әлбиттә.
Күптән түгел Төркиәлә үткән йәштәр араһындағы волейбол буйынса донъя чемпионатында Виктор Полетаевҡа “Турнирҙың иң өлгөлө уйынсыһы” тигән юғары исем бирелде. Ә рәсәйҙәр иһә бында алтын миҙалға лайыҡ булды.
Донъяны шаулатҡан Виктор спортҡа II класта уҡығанда уҡ килә. Уны кескәйҙән атаһы секцияға йөрөтә. Күнекмәләрҙе уға Силәбелә йәшәгәндә йыш яһарға тура килә.
Хәҙерге ваҡытта Виктор Полетаев Иҙел буйы физкультура, спорт, туризм академияһының I курсында белем ала, Ҡазандың «Зенит» командаһы клубында шөғөлләнә. Буйы 193 сантиметрлы егет, тупҡа иң юғары бейеклеккә һикереп, «донъя кимәлендә ҡабынған яҡты йондоҙ» тигән исемде лә йөрөтә.
Күптән түгел Виктор атаһы Евгений менән Спартак мәктәбендә осрашыуҙа ҡатнашты. Ҙур титулдарға эйә булған, үтә тыйнаҡ, яғымлы, аҙ һүҙле Виктор Полетаев яҡташтары алдында:
– Хыялым – «Зенит-Ҡазан» командаһының төп составына эләгеү. Өлгәшелгән уңыштар менән генә сикләнеп ҡалғы килмәй, яңынан-яңы үрҙәр яуларға кәрәк, – тине.