Йәнең теләгән спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн Сибайҙа бөтә мөмкинлектәр бар. Шулай ҙа күптәр “Ҡара аждаһа” үҫмерҙәр клубына йөрөүҙе хуп күрә.
Клуб етәксеһе Батыр Йәндәүләтовтың тәрбиәләнеүсеһе Серик Усманов 2000 йылда Америкала тәүге тапҡыр оло еңеү яулай. Бөгөн Серик — үҙе тренер. Клубта шөғөлләнеүселәр күп булһа ла, тәртип яҡшы ҡуйылған. Шуға һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы. Яңыраҡ бер төркөм үҫмер Америкала кунг-фу буйынса үткән донъя чемпионатында уңышлы сығыш яһаны. Шулай уҡ Венгрияның Будапешт ҡалаһындағы Донъя кубогында ла һынатманылар. Бында егеттәргә еңеү яулау өсөн ныҡ тырышырға тура килә, ифрат көслө дәғүәселәр йыйылған була. Шулай ҙа бирешмәйҙәр. Илнур Сафин алты төрҙә дүрт алтын, бер көмөш, бер бронза миҙал яулай. Уның дуҫы Нургиз Вәлиев өс алтын, өс көмөш миҙалға лайыҡ була. Ә тренер Михаил Панфелов ике көмөш миҙал менән бүләкләнә.
— Ярыштан бай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ, — тип тулҡынланып һөйләй Илнур Сафин. — Беҙҙә Көнсығыш көрәш төрҙәре менән теләгәндәр генә шөғөлләнә, ә унда күптәр үҙҙәренең йәшәү мәғәнәһенә әйләндергән. Шулай ҙа Ҡытай, Корея илдәренең ниндзялары беҙҙе аяғүрә баҫып сәләмләйҙәр икән, тимәк, сығышыбыҙ уларға оҡшаған, еңеүҙәребеҙ лайыҡлы.
Максим Низаметдинов иһә спортҡа осраҡлы килә: тәүҙә ҡыҙын “Ҡара аждаһа”ға алып йөрөй. Тора-бара уның үҙенә лә спорттың был төрө оҡшай башлай. Ҡаланың билдәле йәш эшҡыуары өс көмөш миҙал яулай ошо бәйгелә. “Үҫә төшкәс, кескәй улымды ла мотлаҡ бында килтерәсәкмен”, — тип йылмая батыр.
Еңеүселәрҙең тренеры Михаил Панфелов әйтеүенсә, был уңыштар — көнөнә өсәр сәғәтлек күнекмә, үҙ өҫтөңдә даими эшләү һөҙөмтәһе. “Ҡара аждаһа” үҫмерҙәрен бер теләк — еңеүгә ынтылыш, дуҫлыҡ берләштерә. Әйткәндәй, бар маҡсаттарына ирешеүҙә ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов һәр яҡлап ярҙам итә.