Чемпиондар бында тыуа01.11.2013
Ҡала комитетына ҡараған егерме йыллыҡ бай тарихлы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ун һигеҙ бүлексәһендә 2500-гә яҡын ҡыҙ һәм малай шөғөлләнә, шуларҙың 249-ы һауыҡтырыу һәм сәләмәтлекте нығытыу этабына йәлеп ителгән, 1314-е башланғыс әҙерлек үтә, уҡыу-күнегеү төркөмөнә 853 тәрбиәләнеүсе йөрөй.

Тренерҙарҙың тырышлығы менән бер халыҡ-ара спорт мастеры, өс спорт мастеры, 57 мастерлыҡҡа кандидат һәм беренсе разрядлы 205 спортсы әҙерләнгән. Былтыр ғына 39 үҫмер – спорт мастерлығына кандидат, 76-һы өлкәндәрҙең беренсе разряды нормаһын үтәгән. Мәктәптең ҡалаға ҡараған Энергетик һәм Әмзә ауылдарындағы ике филиалы ла уңышлы эшләй. Йәй айҙарында бюджет иҫәбенә көн буйы эшләгән спорт-һауыҡтырыу лагеры ойошторола.
Ауыр һәм еңел атлетика, бокс, бобслей, волейбол, дзюдо, самбо буйынса шөғөлләнеүсе нефтекамалар Башҡортостан исемен төрлө тарафтағы спорт майҙансыҡтарында яңғыратты. Мәҫәлән, волейбол бүлексәһенә йөрөүселәрҙең күп тапҡыр республика чемпионы булған “Олимп” командаһы – Рәсәй беренселегенең беренсе лигаһында, ә Сочиҙа Олимпиадала ҡатнашыуға кандидат Илвир Хужин, шулай уҡ Вадим Бакиров, Николай Исекеев, Алмас Мөхәмәтов бобслей буйынса илдең йыйылма командаһы составында уңышлы сығыш яһай.
Боксерҙарҙан Намик Меликов “Йәш динамосы” Бөтөн Рәсәй ярышында еңеп сыҡһа, Марат Шакиров ил беренселегендә икенсе урынды алды. Еңел атлетика менән шөғөлләнеүсе Эльза Вилданова Европа чемпионы булды, Илмир Солтанов донъя беренселегендә көмөш миҙал яуланы. Скелетон менән шөғөлләнгән Кирилл Чигвинцев – үҫмерҙәрҙең Австрияла үткән ҡышҡы, Игорь Шафиҡов Пекиндағы Паралимпия уйындарында ҡатнашты.
Ҡаланың һәм республикабыҙҙың спорт данын донъя кимәленә күтәргән Диана Әхмәтова тураһында айырым әйтергә кәрәк: ауыр атлетика буйынса күп тапҡыр Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы булды, Сингапурҙағы Беренсе балалар олимпия уйындарында көмөш миҙал алған штанга күтәреүсе 2011 йылда донъя чемпионы булып, халыҡ-ара спорт мастеры нормативын үтәгәйне. Быйыл Диана тағы ла бер үрҙе яуланы – йәй Рәсәй беренселегендә ил чемпионы исеменә лайыҡ булды.


Вернуться назад