Шашкасылар үҫтерҙе Ирек01.11.2013
Шашкасылар үҫтерҙе Ирек“Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” тип йөрөтөлгән Яңауыл үҙенең йәш шашкасылары менән республикала ғына түгел, бөтөн Рәсәйҙә билдәлелек яулап, хәҙер донъя кимәленә күтәрелә.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусыһы, юғары категориялы тренер Ирек Хафизовтың тәрбиәләнеүселәре Илнара Сафина, Диана Погосян ил йыйылма командаһы составында Белоруссияның Орша ҡалаһында 23 октябрҙән 3 ноябргә тиклем үткән донъя беренселегендә көс һынаша. Ҡыҙҙар 4-се мәктәптә белем ала. Августа Рәсәй командаһы менән Европа беренселегендә чемпион исемен яулағайны улар. Был уңышта, әлбиттә, һылыуҡайҙар менән бер рәттән уларҙың уҡытыусыһы Ирек Ғата улының да хеҙмәт емеше тос. Халыҡ мәғарифы алдынғыһы исемен йөрөткән тренер бына ике тиҫтә йыл Яңауылда шашка спортын үҫтереүгә күп көс һала. Һуңғы биш йылда ғына ла уның тәрбиәләнеүселәре республика беренселегендә – туғыҙ, Рәсәй кимәлендә алты тапҡыр еңеү яуланы. Дүрт шашкасы ил командаһы составында дүрт тапҡыр Европа чемпионы булды.


Вернуться назад