Олимпиада уты Рәсәй буйынса сәйәхәтен дауам итә. Сочиға барып еткәнсе ул илдең 83 төбәгендәге 2 900 ауыл һәм ҡала аша 14 мең кеше ҡулынан үтәсәк. Башҡортостанға эстафетаның декабрҙә килеп етеүе көтөлә. Билдәләнгән 80 саҡрымлыҡ маршрут буйынса, факелды ҡулдан-ҡулға күсереп, 400 кеше йөрөтәсәк. Улар араһында билдәле спортсылар, физик культура менән әүҙем шөғөлләнгән һәм сәләмәт тормош алып барған төрлө һөнәр кешеләре бар.
Регина Ғайсина – Олимпиада уты факелсылары араһында иң йәше, ул Ағиҙел ҡалаһының 1-се мәктәбендә XI класта уҡый. Бөтә фәндәр буйынса ла алдынғы булыу менән бер рәттән, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика, волейбол секцияларына ла йөрөй, төрлө ярышта даими ҡатнаша.
– Спорт менән бишенселә уҡығанда әүҙем шөғөлләнә башланым, – ти Регина. – Еңел атлетика менән волейболға ныҡ ылыҡтым, көндәлек күнекмәләрһеҙ нимәлер етмәгән кеүек.
Киләсәккә һөнәр алыу өсөн Регина хәрби уҡыу йортона йә эске эштәр органдары институтына барырға ниәтләй. Бөгөнгө уңыштарына ҡарағанда, үҙ хыялын ул мотлаҡ тормошҡа ашырыр кеүек. 2009 йылдан алып йәш спортсы республика һәм зона бәйгеләрендә призлы урындарҙы яулап килә, 2010 йылда – талантлы йәштәрҙе яҡлау буйынса Рәсәй Президенты премияһы лауреаты, 2011/2012 уҡыу йылында Башҡортостан Президенты стипендиаты булды, уҡыусыларҙың физкультура буйынса Бөтөн Рәсәй олимпиадаһының республика төбәк этабында ике номинацияла беренсе һәм икенсе урындарҙы алды. Уҡыу һәм спорт алдынғыһының исеме 2012 йылда “Башҡортостан Республикаһы балаларының ҡаҙаныштары” исемлегенә индерелде.
Антон Икрянников Нефтекама Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтендә эшләй, бер үк ваҡытта 11-се мәктәптә йәшәйеш хәүефһеҙлеген тәьмин итеү нигеҙҙәре дәресен алып бара. Был фән буйынса быйыл “Ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Ул шулай уҡ Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгендә атыу секцияһын етәкләй. Быйыл 25 йәшен билдәләгән Антон әрме хеҙмәтен Төньяҡ Осетияла үткән, Удмурт дәүләт университетында ҡотҡарыусы һөнәрен үҙләштергән. Спорттың бер нисә төрө менән әүҙем шөғөлләнә. Иң яратҡандары – йүгереү, йөҙөү, гер күтәреү һәм пауэрлифтинг. Шулай уҡ волейбол уйнарға, ҡыш саңғыла йөрөргә лә әүәҫ. Үҙ уҡыусылары өсөн йыл да мәктәп эргәһендә каток яһай.
– Олимпия уйындары – донъя халыҡтарын берләштереүсе сара. Беҙҙең Рәсәйҙә лә уны һәр кем тулҡынланып көтә. Олимпиада уты эстафетаһында ҡатнашасағыма, бөтөн Ер шары өсөн дөйөм спорт хәрәкәте тарихына туранан-тура бәйләнешем булыуына сикһеҙ һөйөнәм, – ти Антон. – Был оло ваҡиға бар киләсәк тормошома яңы һулыш өрөр, спорт менән артабан да әүҙем шөғөлләнергә этәргес бирер тип өмөтләнәм.