Тупаҫ уйын мәртәбә өҫтәмәй01.11.2013
Бер көн улым: “Әсәй, бөгөн “Салауат Юлаев” кем менән уйнай?” – тип һораны. “Бәхәсләшәйекме, барыбер иҫеңә төшөрә алмаясаҡһың”, – тим. Китте был командаларҙы һанап! Ун биш-егермене атаны. Хатта лигаға быйыл ғына ҡушылған “Медвешчак”тың да исеме яңғыраны. Аптырап, минең “юҡ”тан ялҡып, ул “биреләм” тине.
– “Автомобилист” менән! – Еңеүсе ҡиәфәтендә ҡарайым. Ысынлап та, гел урталыҡта йөрөүсе был команда иҫәпкә бар, һанға юҡ һымаҡ. Ни хәл итәһең, уңыш, дан ҡаҙанғандар рәтендә булмағас, хәтерҙән дә тиҙ сығып оса шул...
Әммә беҙҙекеләр менән уйнағанда үҙен иҫкә төшөрттө! 1:3 иҫәбенә отолоп барһалар ҙа, “дилбегәне” йәһәт ҡулдарына алдылар. Икенсе осорҙа өс шайба индереп, алға уҡ сығып китмәһендәрме. Өсөнсөһөндә юлаевсыларҙың бер голына тағы өсәү менән яуап бирҙеләр. Бына һиңә мә! Һөҙөмтә – 4:7. Еңелдек.
Себер тарафтарында ла уйын еңел булмай, ғәҙәттә. Ярай әле, “Югра”ның ҡаршылығын һындыра алдыҡ. Иҫәп 3:3 саҡта, беҙҙең теге мәлдәге теләкте ишеткәндәй, Алексей Кайгородов тәүге голын индерҙе. Афарин, хужаларҙы оттоҡ (5:4)!
Ә бына артта ғына һөйрәлгән “Авангард”ҡа бирешеп ҡуйҙыҡ. Арыныҡ, ахыры. Беҙҙең бер шайбаға Омск хоккейсылары һөҙөмтәле яуап биргәс, эш овертайм, буллиттарға барып етте. Тренерҙар ни өсөндөр матч буйы торған ҡапҡасы Волковты Василевскийға алмаштырҙы. Андрей иһә ҡотҡарманы. 1:2 иҫәбенә еңелеү күңелде ныҡ ҡырҙы.
Бөгөн “Барыҫ” менән уйнаһаҡ, чемпионатта тәнәфес була. Нимә күҙгә салына һуң? Ҡапҡасыларҙан Алексей Волков оҫтараҡ күренә. Андрей Василевскийға тәжрибә етеңкерәмәй, күрәһең. Һөжүм осоронда ваҡытынан алда боҙға тубыҡлана. Шайба гел яурын өҫтөнән осоп үтә.
Һөжүм итеүселәрҙән оҫталыҡ яғынан Дмитрий Макаров, Антти Пильстрем, Теему Хартикайненды телгә алырға була. Денис Хлыстов, Никита Филатов, Александр Панков – “йөк аттары”. Ә “таран” тибындағы форвардтар бөтөнләй юҡ. Ниңәлер әлеге лә баяғы ҡаҡса, еңел кәүҙәле Пильстремдан башҡа ҡапҡа алдындағы майҙансыҡта этешеп-төртөшөп йөрөүсе табылмай. Антти шулай ныҡышып гол артынан гол индерә. Ә Кирилл Кольцов һаҡсы булып яңылышҡандыр ул. Ҡайһы бер һөжүм итеүселәр ҙә уның кеүек матур финт яһай алмай!
Иң кәйефте төшөргәне – юлаевсыларҙың тупаҫ уйнауы. Бәлки, насар уйлап улай ҡыланмайҙарҙыр ҙа, ләкин осрашыу һайын ҙур штраф, матч-штрафтар бәкәлгә һуға. Ә бит беҙҙең “Салауат Юлаев” гел матур, намыҫлы уйын күрһәткән команда булып дан ҡаҙанды. Шул исемгә тап төшөрмәйек, егеттәр!