Еңеүсегә — ҙур бүләк26.10.2013
Еңеүсегә — ҙур бүләкРеспублика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһының 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Радик Буранбаевты ҡабул итте. Ул Мәскәүҙә үткән “Еңеүсе уйындары”нда йөҙөү буйынса алтын миҙал яулаған. Төбәк башлығы Радикты ҙур еңеүе менән ҡотлап, Париждағы “Диснейленд”ҡа аҙналыҡ сәфәр сертификаты тапшырҙы.

— Ҙур уңыштарға өлгәшеп, һин республикабыҙҙың данын күтәрәһең. Тырышлығың арҡаһында күптәр Өфө хаҡында ла хәбәрҙар була, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент Радиктың мәктәптәге уңыштары, мауығыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Еңеүсе яҡшы уҡыуы, спортты яратыуы, программалаштырыу менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне.
— Һин бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңә алаһың. Ә көслө егеттәргә, айырыуса ныҡышмалдарға, ярҙам итергә әҙербеҙ. Уҡыуыңды артабан да дауам ит, спортты ла ташлама, — тигән теләк белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
— “Диснейленд”ҡа сәфәр иң ҙур хыялым ине. Сумаҙанымды әҙерләп тә ҡуйҙым, — тине Радик. Сит илдә уны уҡытыусы-психолог оҙатып йөрөйәсәк.
Төбәк башлығы йәш спортсы менән әңгәмәлә Башҡортостанда балалар өсөн ҙур күңел асыу паркы төҙөү тураһындағы фекере менән уртаҡлашты.
Президент әйтеүенсә, әле Өфөлә “Диснейленд”ҡа оҡшаш балалар паркы асыу мөмкинлеге ҡарала, майҙансыҡ һайлана.


Вернуться назад