Тыуған көнгә шәп бүләк25.10.2013
Миллионер хоккейсылар бер нәмәгә лә мохтаж түгел. Тормоштары мул, етеш. Аптыратырлыҡ, ғәжәпләндерерлек бүләк табыуы ла ҡыйындыр уларға. Мәҫәлән, тыуған көндәрендә үҙҙәрен нисек ҡыуандырырға мөмкин икән? Кем нисектер, бына Антти Пильстрем 29 йәше менән үҙ-үҙен гол индереп ҡотланы. Шул мәлдә “Өфө-Арена”ның геү килеп алҡышлауы уға иң ҙур бүләк булды ла инде.
“Салауат Юлаев”тың һуңғы уйындарын ҡарап, элекке чемпион саҡтары иҫкә төшөп китте. Эй-й, торғаны бер “йәшел машина” ине бит һуң! Юлындағы бөтә нәмәне ҡырып-ҡыйратып алға ынтыла торғайны. Хәҙер ул хаҡта хыялланырға ғына ҡала.
Әле “Локомотив”ты отҡас, абынырҙармы тиһәм, тиҙлекте кәметмәнеләр. “Северсталь” командаһына ҡаршы уйнарға әҙерҙәрме икән? Хәлдәре бөтмәгәнме? Шөбһәләнеүҙәр бушҡа булды. Макаров, Мерескин, Пильстрем, Степанов, Панков, Хартикайнен, Мирнов, хатта тәүге матчын уйнаған Заборски ҙа гол индереп ҡуйҙы. Ниндәй Заборскимы? “Авангард”тан Томаш Заборскиҙы Штефан Ружичкаға алмаштырып алғайныҡ. Һынатманы, афарин! Ҡапҡасыбыҙ Андрей Василевскийға әллә ни эш булманы. 8:3 иҫәбенә “ҡорос ҡойоусыларҙы” ҡыйраттыҡ!
Сираттағы осрашыу – СКА менән. О-о, ул – чемпионаттың лидеры! Унда данлыҡлы Илья Ковальчук уйнай! Әммә бер шәп уйынсы ла тотош командаға ҡаршы тора алмай шул. Боҙҙа беҙҙән оҫталарҙың оҫтаһы Сергей Зиновьев та юҡ, ә уның булмауы һиҙелмәй ҙә хатта. Һаҡсы Кирилл Кольцовты юҡҡа ғына шаяртып “ярымһаҡсы” тип йөрөтмәйҙәр, кәрәк урында һөжүм итеүҙе үҙ ҡулына ала белә – иҫәпте асып та ебәрҙе. Әммә ҡунаҡтар күпселекте файҙаланды. Өфөлә уйнап дан ҡаҙанған Патрик Торесен шул саҡтарҙы хәтергә төшөрҙө. Ул голына 40 секунд та ҡыуанып өлгөрмәне, Егор Дубровский “Салауат Юлаев”ты алға сығарҙы, ә Никита Филатов уңышты нығытып ҡуйҙы. Әммә һаҡсыларҙың ҡапҡа алдын ташлап китеүе арҡаһында тағы бер шайба ҡапҡабыҙға инеп ятты. Ғөмүмән, Алексей Волковҡа эш күп булды.
Осрашыу аҙағына өс кенә минут ҡалды, СКА ҡыуып етеп килә. Бына ҡапҡасы урынына алтынсы уйынсыны сығаралар. Һәм... юлаевсыларҙан Александр Панков буш ҡапҡаға гол индерә – 4:2!
Шөкөр, “Атлант”ҡа ҡаршы матч та көйәрмәндәргә тик һөйөнөс килтерҙе. Башта көстәр тигеҙ ине лә, барыбер оҫталыҡ бөтәһен дә хәл итте. Ҡунаҡтар алға сыҡһа ла, тәүҙә әйтеп киткәнсә, Антти Пильстрем ракета тиҙлегендә иҫәпте тигеҙләп ҡуйҙы. Александр Панков менән Денис Хлыстов та уңай мәлде файҙалана алды. 3:1 – еңеү беҙҙең яҡта.
Хәҙер шайба индереү шатлығын татымаған бер генә хоккейсы ҡалды беҙҙә – Алексей Кайгородов. Әйҙә, Леша, һынатма!