“Алтын” менән “көмөш” — Салауат ҡыҙҙарында23.10.2013
Халыҡ-ара класлы спорт мастеры Ринат Хафизовтың иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй спорт акробатикаһы турнирында Салауат ҡыҙҙары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште.
Акробатика бүлексәһендә тәрбиәләнгән Рената Рәсембәтова, Карина Вәлитова һәм Аида Яҡупова — алтын, ә Ангелина Дәүләтбаева, Камилла Усманова һәм Диана Буркина көмөш миҙал яуланы. Октябрьскийҙа уҙған ярышта 23 ҡаланан килгән 300-гә яҡын спортсы еңеү өсөн көрәште.
— Ҡыҙҙар бик яҡшы сығыш яһаны, — ти тренер Римма Акулова. — Улар өсөн был тәүге Бөтә Рәсәй ярышы булды. Шуға ҡарамаҫтан, бурысты лайыҡлы үтәнеләр. Баштараҡ ниндәйҙер етешһеҙлектәр булһа ла, финалда спортсыларыбыҙ юғалып ҡалманы.