Хоҙай араланы шикелле18.10.2013
Оҙайлы сәфәр әллә ни мәшәҡәтле булманы. Юлаевсылар Мәскәүҙә Радуловы һәм Морозовы йәрәхәтләнгән ЦСКА-нан отолоп, кәйефте төшөрһә лә, Ригала “Динамо”ны ҡыйратып аҡлана алдылар. Европала иһә буллит буйынса “Слован”ға еңелһәләр ҙә, “Лев”ҡа бирешмәнеләр. Йәмғеһе 7 мәрәй йыйҙылар. Бер генә үкенес бар: Сергей Зиновьев дүрт матчлыҡ дисквалификация алды.

Ур-ра, Өфөгә тағы хоккей байрамы килде! Арена халыҡ менән тулы. Һағындыра шул яратҡан уйын. Был юлы кем менән сәкәләшәбеҙме? Ярославлдең “Локомотив”ына ҡаршы уйнайбыҙ. Уның менән һаҡ ҡыланырға кәрәк. Тренерҙары ла – тәжрибәле Петр Воробьев.
Их, Антон Бабчук... Шунда уҡ штраф ваҡыты алды. Уф, ярай, уныһы насар эҙемтәһеҙ үтеп китте. Ә бына хәҙер “афарин” тиергә генә ҡала – үҙе иҫәпте асып ебәрҙе. Артабан Александр Панков, мин дә бар бит әле, тигәндәй, уны 2:0 итте. Ҡунаҡтарҙы тренерҙары ҡыҙған табала “бейетеп” алғас, йылдамыраҡ йүгерә башланылар. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне: этеп-төртөп бер шайба индереп ҡуйҙылар – 2:1. Матч аҙағында иһә улар ҡапҡасыларын һөжүм итеүсегә алмаштырҙы. Әммә яҡшыға килтермәне был. Беҙҙең Антти Пильстрем уларҙың һаҡсыһынан етеҙерәк булды: шайбаны буш ҡапҡаға йүнәлтә алды – 3:1. Бығаса фин легионеры гол индерә алмай йөҙәй ине, хатта тренерҙарҙан шелтә алып бөттө. Ниһайәт, Хоҙай үҙе уға ярҙам итте, хәлде төҙәтергә тулы мөмкинлек бирҙе. Ләкин артабан хоккейсының үҙенә тырышырға кәрәк. Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй бит ул...


Вернуться назад