Олимпия уты — Рәсәйҙә08.10.2013
Олимпия уты — РәсәйҙәЙәкшәмбе Рәсәйгә Олимпия уты килде. Уны Грециянан махсус рейс менән алып ҡайттылар. Аэропортҡа килеп төшкәс тә, утты махсус кортеж менән Ҡыҙыл майҙанға алып барҙылар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Олимпия уты эстафетаһы кисә Мәскәүҙән башланды. “Сочи-2014” факелын илдең 83 төбәге — 2900 ҡала һәм ауыл — аша үткәрәсәктәр. Уны тотоп барыу бәхетенә 12 мең кеше өлгәшкән. Улар араһында билдәле спорт йондоҙҙары, физкультура менән шөғөлләнеүселәр һәм әүҙем, сәләмәт тормош алып барыусылар бихисап.
Башҡортостанға Олимпия уты декабрҙә килеп етә. Эстафета оҙонлоғо — 80 саҡрым. Был араны 400 кеше үтәсәк.
Шулай уҡ уҙған йома Мәскәүҙә факел тотоусыларҙы оҙатып барасаҡ барлыҡ автомобилдәр ҙә күрһәтелде. “Сочи-2014” кортежында 31 автомобиль, шул иҫәптән эстафетаның партнерҙары Coca-Cola менән “Ингосстрах” компанияларының трактары ла бар.
Кортеждар факел тотоусыларҙы эстафетаның башынан аҙағына тиклем оҙатасаҡ. Сара 2014 йылдың 7 февралендә Сочиҙа тамамланасаҡ. Тап ошо көндө Ҡышҡы Олимпия уйындары башланасаҡ.
Әйткәндәй, был эстафета Ҡышҡы уйындар тарихында иң оҙоно буласаҡ.


Вернуться назад