Тәнҡит уты килеште лә...04.10.2013
Ләкин оҙаҡҡа түгел
Йә еңеп, йә еңелеп килә торғас, тренерҙар юлаевсыларҙы “мөйөшкә баҫтырҙы”. Кемдер – “Торос”ҡа, кемдер запасҡа ебәрелде. Был файҙаға булды. Үҙебеҙҙәге ике уйын да хәйерле тамамланды.
“Нефтехимик” менән матчта Виталий Прошкиндың юҡлығын күреп, аптырап ҡалдым. Бәй, ул да “ҡара исемлек”кә ингәнме әллә? Юҡ, йәрәхәт алған икән. Әлегә капитан – Денис Хлыстов. Булһын әйҙә, ул – үҙебеҙҙең Өфө егете. Ҡарап бараһығыҙҙыр, уйын ниндәй генә боролош алмаһын, Денис бер ҡасан да танауын төшөрмәй. Ҡаршы команда уйынсыһынан сибегерәк булһа ла, һуғышып китергә лә күп һорамай.
“Нефтехимик” менән осрашыуҙа ҡапҡаны һаҡлау бурысы йәш Андрей Василевскийға ышанып тапшырылды. Уны ҡурсалапмы, һаҡсылар әүҙемләшеп киттесе... Тәүге голыбыҙҙы Иван Вишневский индерһә, икенсеһен – Антон Бабчук. Икеһендә лә пасты әлеге лә баяғы Хлыстов бирҙе. Ҡунаҡтарҙың бер генә һөҙөмтәле һөжүмгә көсө етте. Беҙ көслөрәк – 2:1!
“Трактор”ҙы иһә былтырғы финалда уйнаған команда менән сағыштырырлыҡ түгел. Ҡапҡасылары Майкл Гарнетт ҡына көмөш призерҙар исеменә тап төшөрмәй. Юғиһә, иҫәп беҙҙең файҙаға тағы ла ҙурыраҡ булыр ине. Орсоҡ кеүек зыр өйөрөлгән Хлыстов бер шайба индерһә, бығаса һөҙөмтәһеҙ килгән Сергей Зиновьев ике гол керетеп ҡуйҙы. Ни әйтәһең, оҫта оҫта булып ҡала инде. Былтырғы кеүек хет-триктар көтәбеҙ һеҙҙән, Сергей Олегович! Ә иҫәп 3:1 булды.
Иншалла, ике уйында алты мәрәй йыйҙыҡ, егеттәр йоҡонан “уянды” тип ҡыуаныуым иртәрәк булған икән. Сәфәр сығып, тәүге туҡталған Түбәнге Камала уҡ танауға ныҡ ҡына “сирттеләр”. Теге “Нефтехимик” арт һабаҡты уҡытты бит әй. Ул хәҙер бөтә көсөн һаҡланыуға ғына сарыф итмәй шул. Элекке клубтарында һөжүм оҫталары булған Михаил Анисин менән Бранко Радивоевич бында ла баҫҡан ерендә ут сәсрәтә.
Был матчтың тәүге яртыһында уҡ иҫәпте 3:0 иткән юлаевсылар мәрткә киткәндәй булды. Никита Филатов, Александр Мерескин, Алексей Глуховтарҙың шайбаһы етерлек булды тинеләрме? Хужалар өс минутта ике гол ойоштороп, сиренаға өс минут ҡалғас, өсөнсөһө менән иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы.
Аһ, овертайм – “тиҙ үлем”! Сос Анисин уйынға нөктә ҡуйҙы – 4:3. Бығаса һүҙ тейҙерерлек булмаған Василевский ҙа ҡотҡарманы...
Артабан ауыр ғына сәйәхәт көтә өфөләрҙе. Мәскәү – Рига – Братислава – Прага йүнәлешенән ниндәй “күстәнәс” менән ҡайтып төшөрҙәр?..