Донъя гиҙеү — үҙе бер ғүмер01.10.2013
Республикабыҙҙа социаль туризмды үҫтереү программаһында ҡатнашыусылар юллама урынына исемле сертификаттар аласаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәтенең 2013 йылдың 11 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, туризмды үҫтереү буйынса оҙайлы маҡсатлы программаға үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер пенсионерҙар, туристик ойошмаға үҙаллы мөрәжәғәт итеп, ғариза биргәндәге йүнәлешкә ярашлы социаль турҙы һайлай ала. Ветерандарға һәм инвалидтарға республика, Рәсәй төбәктәре буйлап һәм сит илдәргә ойошторолған сәйәхәттәрҙе, шифаханаларҙы һайларға мөмкин.
Тағы ла бер яңылыҡ: тәүге тапҡыр аҙ килемле пенсионерҙар, инвалидтар өсөн сәләмәтлеге сикләнгән кешеләрҙең дөйөм һанынан 15 процент күләмендә квота индерелә. Граждандарҙың был төркөмө өсөн исемле сертификаттың номиналь хаҡы бер юлламаға 12 мең һум күләмендә ҡаралған. Бынан тыш, быйыл һәр муниципаль берәмеккә (Өфөнән башҡа) һәм баш ҡаланың һәр административ районына коляскалағы инвалидтар һәм инвалид балалар өсөн квота булдырыла (оҙатып йөрөүселәрҙе лә индереп, ике юллама). Улар өсөн дә исемле сертификаттарҙың номиналь хаҡы 12 мең һум тәшкил итә. Киләһе йылдарҙа был категория өсөн квоталар арттыраласаҡ.
Программала ҡатнашҡан башҡалар өсөн сертификат хаҡы — 8 мең һум. Әгәр ҙә пенсионерҙың килем кимәле 1,5 йәшәү минимумынан артмаһа, социаль ярҙам 12 мең һум тәшкил итәсәк.
Күҙаллауҙар буйынса, быйыл республика ҡаҙнаһынан программаны финанслау күләме 28,6 миллион һум буласаҡ. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ошо йылда социаль туризмға бөтәһе өс меңгә яҡын пенсионер һәм инвалидты йәлеп итеү ҡаралған.
Туристик юлламаның минималь хаҡы — 14 мең 285 һум. Етмәгән аҡсаны ял итергә теләүсегә үҙ кеҫәһенән түләргә тура киләсәк.
Кем ошо форсаттан файҙаланырға теләй, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының йәшәгән урыны буйынса территориаль органына ғариза яҙырға тейеш. Үҙең менән түбәндәге документтарҙы алып килеү мотлаҡ: паспорт, пенсия танытмаһы, килем тураһында белешмә, инвалидлыҡ йәки инвалид бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ.
Өлкәндәр үҙҙәренең бик әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан сәйәхәтсе икәнен былтыр уҡ иҫбатлағайны инде. Социаль турҙарҙа 6,4 мең пенсионер һәм инвалид ҡатнашты. 4 мең 730 кеше республикала ял итеүҙе һайлаһа, Рәсәй буйлап сәйәхәттәрҙе, шифаханаларҙы 1 мең 138 кеше үҙ итте. Ә 526 кеше сит илдәрҙә ялда булды. Киләһе йылдан социаль туристар һанын байтаҡҡа арттырыу күҙаллана.