Ҡар башына ҡар етә...25.09.2013
Ҡар башына ҡар етә...“Себер”ҙән дә ҡулайыраҡ команда юҡ “Салауат Юлаев” өсөн. Әллә шулай тип тынысланды, әллә уларҙың миҙгел башында шәп кенә уйнап алыуҙарын онотто беҙҙекеләр. Бының өсөн язаһын да алдылар.

Радулов киткәс, бушап ҡалған “тәхет”кә дәғүә иткән Никита Филатов иҫәпте асып та ебәрҙе. Вәт, сос, вәт, өлгөр! Ә бит матч башланып, 22 секунд ҡына уҙғайны. Шунан ҡунаҡтарҙың сираты етте. Һәр осорҙа берәр шайба индереп, алға сығып китмәһендәрме... Уйын бөтөргә 10 минут ҡалғас ҡына, ҙур ҡыйынлыҡ менән Александр Степанов иҫәпте тигеҙләй алды. Ә тағы ла ике минуттан үҙебеҙ үҙебеҙҙең башҡа еттек. Брент Сопел ҡапҡабыҙ алдында йәпһеҙ ҡыланып, шайбаны “Себер” хоккейсыһына “бүләк” итте. Яуап тиҙ булды – гол индерҙеләр. 2:3 – отолдоҡ.
Сопел бер ҙә йүнле уйын күрһәтмәй быйыл. Әкрен ҡуҙғала. Күрәһең, йәйге ялда физик күнегеүҙәрҙе онотоп, ял итеп кенә йөрөгән.
“Запастағылар эскәмйәһе көтә һине, Брент!” Уйлап та ҡуйҙым, сираттағы осрашыуҙа шулай булды ла. Былтыр оҫталыҡтары менән һоҡландырған легионерҙар Ружичка менән Пильстрем да уға ҡушылды. Әһә, уйланырға ваҡыттары бар егеттәрҙең...
Новокузнецк “Металлург”ы менән алышҡа, шулай итеп, башлыса үҙебеҙҙең хоккейсылар сыҡты. Ҡунаҡтар араһында ла Өфө спорт клубы тәрбиәләнеүселәре байтаҡ: Сергей Емелин, Артем Гәрәев, Денис Курепанов. Беҙҙәге Антон Слепышев менән Александр Мерескин, киреһенсә, – “кузня” егеттәре. Тап улар уйынға йәм өҫтәне. Көйәрмәндәр ҡыуанысына, ярай, бәхет юлаевсыларға йылмайҙы. 4:3 – еңеү беҙҙә! Сопелдың балаларса хаталаныуы ла онотола төштө кеүек.


Вернуться назад