Социаль туризм мөмкинлектәре киңәйә14.09.2013
Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2012—2016 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡортостанда эске һәм ситтән килгән туризмды үҫтереү” айырым маҡсатлы оҙайлы программаһына үҙгәрештәр индерелде.

Республикалағы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, быйылғы ярҙамсы программаның төп айырмаһы шунда: ҡатнашыусыларға хәҙер юллама түгел, ә исемле сертификат тапшырыласаҡ. Бынан ары улар туристик ойошмаға үҙаллы мөрәжәғәт итеп, билдәләнгән йүнәлештәге социаль турҙы һайлай ала.
Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн квота билдәләнә. Исемле сертификаттың хаҡы 12 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Быйыл Өфө ҡалаһынан тыш, муниципаль берәмектәргә һәм һәр административ районға ла коляскалы инвалидтар, инвалид балалар өсөн юллама һаны буйынса квота бар. Сертификаттарҙың хаҡы — 12 мең һум. Киләсәктә бындай квоталарҙы арттырыу ҡарала. Ярҙамсы программала бүтәндәр өсөн, социаль тур йүнәлешенә ҡарамай, бер юлламаға 8 мең һум иҫәбенән исемле сертификат бирелә. Әйткәндәй, сертификат ҡиммәтле ҡағыҙ түгел, уны икенсе кешегә тапшырып булмай.
Программаны тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан 28,6 миллион һум аҡса бүленә. Быйыл ғына 3 мең пенсионер һәм инвалидҡа социаль туризм хеҙмәте күрһәтеү ҡарала.


Вернуться назад