Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Профессорҙарҙы еңгән малай
Профессорҙарҙы еңгән малайШахматсы Динар менән Рәшит донъяны яулай

Уларға ҡарайһың да, үәт беҙҙең башҡорттоң ғорурлығы бит, тип һоҡланып туя алмайһың. Кемдәрҙе шулай маҡтайһың, тиһегеҙме? Өфө егеттәре – ағалы-ҡустылы шахматсылар Динар менән Рәшит Әбелғужиндар хаҡында әйтеүем. Ана бит, бүлмәләре миҙал, кубоктар менән тулған!

Ейәндәре өсөн өлтөрәп торған, улар өсөн ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәгән олатайҙары Рәшит ағай малайҙарҙың уңышына ҡыуанып бөтә алмай. Шөһрәтле шахматсы данын алған Әбелғужиндарҙың нәҫел ебен дауам итеүсе бит улар. Бөгөн БДУ-ла уҡытҡан атайҙары Наил дә элек СССР-ҙың йыйылма командаһында уйнаған.
Динар быйыл Өфөләге 3-cө гимназияның – VI, ә ҡустыһы III класын гел “бишле”гә тамамлаған.
Тәүҙә Динар иҫе китеп каратэ менән шөғөлләнә, хатта бер мәл республика чемпионы була, зона ярыштарында призлы урын яулай. Әммә нәҫелдән килгән һәләт тиҙҙән уның юлын серле сатраш уйынына бора. Был хаҡта олатайҙары:
– Алты йәше тулғас, Динарҙы шахмат мәктәбенә алып барҙым. Бер нисә айҙан Киров районы буйынса чемпионатта беренсе урынды алды, – ти.
Тиҙҙән Өфө ҡалаһында, республикала үткән ярыштарҙа ла малай чемпион булып, барыһын да таң ҡалдыра. Өс йәшкә кесерәк ҡустыһы Рәшиттең дә тәүге уңыштары ошолай башланған.
Бөгөн башҡорт малайҙары ил, донъя ярыштарынан ҡайтып инмәй тиерлек, һәр саҡ беренсе-икенсе урындарҙы яулайҙар. Икеһе лә республикала тиҫтерҙәре менән түгел, ә үҙҙәренән күпкә өлкәндәр менән көс һынаша, мәгәр һис мах бирмәй.
Динар, Өфөлә өлкәндәр араһындағы чемпионаттың ярым финалында бөтәһен дә еңеп, беренсе урынды яулай. Былтыр көҙ ул Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессорҙары менән осрашҡан һәм, бер үк ваҡытта һигеҙ таҡтала уйнап, барыһын да еңгән.
Быйыл малай “MOSKOW OPEN” тигән иң ҙур халыҡ-ара турнирҙа алтын миҙал яуланы. Ә унан ҡайтҡас, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың, үҙенә саҡырып алып, бүләк тапшырыуы йәш шахматсының күңелендә оҙаҡ һаҡланыр әле. Был еңеүе өсөн Динар Грецияла уҡыусылар араһында үтәсәк донъя чемпионатына юллама менән бүләкләнгән.
Әңгәмә барышында шахмат оҫтаһы дәфтәр битенә ҡапыл нимәлер яҙып ҡуйҙы.
– Бәй, әллә һул ҡул менән яҙаһың инде? – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Эйе, – тине быға малай, иҫе китмәй генә. Янында торған ҡустыһы Рәшит:
– Ә мин һулаҡай менән дә, уң менән дә яҙышам, – тимәһенме!
Ҡустыһы ла ағаһынан ҡалышмай. Мәктәпкә төшмәҫ элек үк Анапала халыҡ-ара кубокты яулаған малай ғәжәп уңыштары менән ҡыуандыра. “Жигулевские просторы” халыҡ-ара бәйгеһендә беренсе урынды алған, Сочиҙа йыл һайын үткәрелгән рәсми турнирҙа көмөш миҙал яулаған. Бөгөн 10 йәшлек Рәшит 16 йәшлек үҫмерҙәр менән уйнай.
Күңелле каникул башланды. Зирәк шахматсылар был көндәрҙә рәхәтләнеп ял итә. Бергәләшеп Еҙем йылғаһында кәмәлә йөҙәләр, унан футбол уйнайҙар, әҙәби китаптар уҡырға ла онотмайҙар.
Сентябрҙә Өфөлә шахмат буйынса өлкәндәр араһында чемпионаттың ярым финалы булыуы көтөлә, Динар унда мотлаҡ ҡатнашасаҡ. Декабрҙә иһә уларҙың икеһен дә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә донъя чемпионатында көтәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 753

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 424

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 227

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069