Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Биле ныҡтың иле ныҡМәләүез ҡалаһында “Башҡортостан” гәзите Кубогына һәм приздарына милли көрәш буйынса I республика асыҡ турниры булды

Милли көрәш – борон-борондан халҡыбыҙ араһында киң таралған спорт төрҙәренең береһе. Һабантуйҙар, төрлө йыйындар бер ваҡытта ла алышһыҙ үтмәгән. Ул – беҙҙең тормошобоҙ, йолабыҙ, тарихыбыҙ. Майҙан батырҙарының даны алыҫ-алыҫтарға таралған. Һәр ғаиләлә көрәшкә ҙур иғтибар бирелгән, ир бала бәләкәйҙән көрәш алымдарын үҙләштерергә тейеш булған.
Ошо көндәрҙә бәрәкәтле Мәләүез ерендә беренсе тапҡыр “Башҡортостан” гәзите Кубогына һәм приздарына милли көрәш буйынса ярыш ойошторолдо. Ата-бабаларыбыҙҙың матур йолаһын дауам итеү, бөгөнгө йәмғиәттең яман сиренә әүерелгән эскелеккә, наркоманияға, тәмәке тартыуға ҡаршы көрәшеү, сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында үткәрелде ул.

Иң тәүҙә Мәләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вахитов менән “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов йыйылыусыларҙы спорт байрамы Биле ныҡтың иле ныҡменән ихлас ҡотланы. Билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй федерацияһының башҡарма директоры Гөлнур Ҡолһарина милли көрәште үҫтереүгә, спортсылар әҙерләүгә күп көс һалған ветерандарға, тренерҙарға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында Рәсәй, донъя кимәлендәге бихисап чемпионды әҙерләгән Нурулла Хисмәтуллин да бар ине. Бөгөн ул Ишембай ҡалаһындағы нефть колледжында йәш быуынды көрәш серҙәренә өйрәтә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, “Башҡорт урман сәнәғәте компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең күҙәтеү советы рәйесе Хәләф Ишморатов үҙ сығышында был мөһим сараның киләсәктә ҙур спорт байрамына әүерелеүен теләне, районда милли көрәште үҫтереүгә яҡшы шарттар тыуҙырылыуын, шуға ла төбәк йәштәренең төрлө кимәлдәге ярыштарҙа призлы урындар алыуын билдәләне.
— Сәләмәт тормош халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешенә әүерелһен. Беләктә көс ташып торһон, бил ныҡ булһын, – тине ул. Ә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы етәксеһе Тимерйән Рәжәпов район хакимиәтенә – спорт үҫешенә ҙур иғтибар биргәне, ә “Башҡортостан” гәзите редакцияһына йәштәрҙе хәрби-ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Балалар ижад йортонда шөғөлләнгән Денис Айҙарбәковтың моңло йырынан, йәш Биле ныҡтың иле ныҡбейеүселәрҙең дәртле сығышынан һуң көрәшселәр алышҡа әҙерләнә башланы.
Алыш алты ауырлыҡ үлсәмендә барҙы. Күренеп тора: көрәшселәр ҙә, уларҙың тренерҙары ла тулҡынлана. Һәр кемдең күңелен бары еңергә тигән сәмле уй биләгән. “Янғантау” шифаханаһынан килгән тренер Адик Нурмөхәмәтовтың борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан.
– Беҙҙә милли көрәшкә иғтибар ҙур. Директорыбыҙ Энгельс Варис улы: “Еңеп, Кубокты алып ҡайтығыҙ, киләһе йыл турнир беҙҙә үтергә тейеш!” – тип ҡалғайны ла, белмәйем инде... Башҡа төбәктәрҙән дә бик көслө егеттәр йыйылған. Араларында хатта Рәсәй, донъя чемпиондары бар, атҡаҙанған спорт мастерҙары бихисап, – тине ул.
Биле йомшағыраҡтар тәүге әйләнештән үк төшөп ҡалды, ә үҙҙәрен иң көслөләре тип танытҡан батырҙар финалда осрашты. Ҡайһы район егеттәре тәүге урынды аласағын алдан уҡ тоҫмалларға була ине. Шулай итеп, үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә Мәләүездән Рөстәм Кәшәфетдинов, Фәрит Мөрсәлов, Альберт Рәхмәтуллин, Илмир Юлмөхәмәтов, “Янғантау” шифаханаһынан Фидан Вәлиев, Динис Нурмөхәмәтовтар турнирҙың чемпионы булып танылды. Абсолют чемпион исеме өсөн көрәшкә майҙанға Фидан Вәлиев менән Денис Нурмөхәмәтов сыҡҡас, көйәрмәндәр йәнә гөж килде.
— Денис, аяғың менән эшлә!
— Йә инде.
— Ана шулай!
Шулай ҙа Денис таһылыраҡ булып сыҡты – абсолют чемпион булып ул танылды.
Егетте еңеүе менән ҡотлап, үҙе менән ҡыҙыҡһынам. Бүләккә заманса шәп бысҡы бирелеүенә ифрат шат ине ул. Әйткәндәй, призды абсолют чемпионға тип махсус рәүештә эшҡыуар Азамат Фәйзуллин инселәгәйне.
— Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылында йәшәйем, “Янғантау” шифаханаһында һаҡсы булып эшләйем. Көрәш менән бәләкәйҙән шөғөлләнәм. Әле Биле ныҡтың иле ныҡтыуған ауылымда өй төҙөгәс, бысҡы алырға кәрәк тип уйлап йөрөй инем, ҡайһылай шәп булды! – тине ул, ҡыуанып.
Ә инде “Башҡортостан” гәзитенең Күсмә кубогын мәләүездәр яуланы. Икенсе урынға “Янғантау” шифаханаһы командаһы сыҡһа, Федоровка егеттәре өсөнсө урын менән хушһынды.
Бынан тыш, Айҙар Йомағолов – “Иң йәш көрәшсе” (“Янғантау” шифаханаһы), Илдар Ҡотлоғужин – “Иң өлкән көрәшсе” (Мәләүез), Альберт Рәхмәтуллин – “Иң яҡшы көрәш техникаһы өсөн” (Мәләүез), Фәтҡолбаян Исламов (Мәләүез) “Еңеүгә ихтыяр көсө өсөн” тигән махсус приздарға лайыҡ булды.
“Иң өлкән көрәшсе” тип билдәләнгән Илдар Ҡотлоғужин менән ярыш башланғансы уҡ танышҡайныҡ. Тәнен яҙып, күнекмәләр эшләп йөрөгән иргә күрһәтеп, баш судья:
— Беҙҙең ветеран, бер спорт сараһынан да ситтә ҡалмай, – тигәйне.
Ихлас кеше булып сыҡты Илдар.
— “Башҡортостан” гәзите Кубогы һәм приздарына асыҡ турнир үткәреп, ҡайһылай шәп иттегеҙ, – тине ул. Армиянан ҡайтҡас, “Совет Башҡортостаны” гәзите ойошторған ярышта алышҡан йәш саҡтар хәтергә төштө. Ул ваҡытта Жәлил Йосопов, Вәкил Ильясов, Александр Ким менән көрәшкәйнек. Мин икенсе урынды алдым. Был йола артабан да нығынһын, дауам итһен.
Инде апаруҡ йәшкә етһә лә, спорттан айырылмай Илдар. Самбо, дзюдо буйынса ил, донъя күләмендәге ярыштарҙа призлы урындарҙы яулаған.
“Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, матур үтте турнир. Шәп ойошторолған! Киләһе йылдарҙа командаларҙың күберәк килеүен теләп, йәнә бәрәкәтле Мәләүездә осрашҡанға ҡәҙәр”, – тип хушлашты спорт байрамына йыйылыусылар.

Рәхмәт һүҙе

Милли көрәштең әһәмиәтен аңлап, турнирҙы ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән бағыусыларыбыҙға – Мәләүез районы хакимиәтенә (хакимиәт башлығы – Малик Вахитов), Билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй федерацияһына (Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамы менән), “Башҡорт урман сәнәғәте компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә (етәксеһе – Камил Әбләзов), “Тибет медицинаһы” ғилми-тикшеренеү үҙәгенә (генераль директоры — Азат Фәйзуллин), Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә (генераль директоры – Әмир Ишемғолов), “Ғәлиә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә (етәксеһе — Рәйлә Фәсхетдинова), республиканың Көрәш һәм билбау көрәше федерацияһына (рәйесе – Вәкил Ильясов), “Янғантау” шифаханаһына (директоры – Энгельс Ҡолмөхәмәтов), Стәрлетамаҡтағы “Навигатор” реабилитация үҙәгенә (етәксеһе – Антон Зеленов) ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 776

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 395

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 279

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 238

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 427

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 283

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 266

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 427

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 230

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 097

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 200

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 072