Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Салауат Юлаев”: плей-офф бара
“Салауат Юлаев”: плей-офф бараБеҙ көндөҙ үк юлаевсылар көйәрмәндәре сайтында бергә йыйылырға һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Шунда бөтөнләй таныш түгел ағай, һеҙгә автобус бирәм, алып барыр, алып ҡайтыр, тигәйне. Һүҙендә торған, аренанан сығыуға «НефАЗ» автобусы көтөп тә тора! Бына ниндәй көс ул көйәрмәнлек! Башҡорт форумындағылар бер-беребеҙҙе табышабыҙ. Мин уларға автобус барлығын әйтәм, аэропортҡа барырға саҡырам. Йәл, иптәш ҡыҙҙың иртәгә имтихан бирәһе бар, егеттәр сәбәбен әйтмәй генә баш тарта.
Үҙем генә китәм. Үҙем түгел инде, ана, сайт аша таныш Настёна, тағы кемдер. Танышып, дуҫлашып алдыҡ. Төнгө 1-се яртыларҙа урында инек инде. Халыҡ ағымы туҡтамай килеүен дауам итә. 2-лә аэропорт шығырым тулды. Минең телефон шылтырай. Егеттәр икән. «Өйҙәргә таралыштыҡ та, толҡа тапмай, шылтыратышып, кире бергә йыйылдыҡ та таксиҙа килә ятабыҙ», – тиҙәр. Эйе шул, шундай төндө нисек түҙеп йоҡламаҡ кәрәк!
Көйәрмәндәр, сабырһыҙланып, теге ишеккә лә бара, быныһына ла. Бына бер мәл ҙур бер төркөм пассажир килеп сыҡты. Коридор яһап, тирә-яҡтан «маладистар!», «афарин!» тип ҡысҡырабыҙ. Бәй, былар бит хоккейсылар түгел… Яңылышҡан халыҡ ҡырт туҡтаны, боролоп китә башланы. Аҙаҡ таныш хеҙмәттә-шем ошо турала бына нимәләр һөйләне: «Францияла уңышлы ғына итеп Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреп ебәрҙек. Делегациябыҙ төнләтеп кенә Мәскәүҙән «Өфө» аэропортына килеп төштө. Ишектән сығыуыбыҙға, беҙҙе бихисап кеше көтөп торғанын күрҙек. Барыһы ла маҡтай, ҡотлай. Алҡышлап ҡул сабалар. Әһә, беҙҙең сәфәрҙең һәйбәт үткәнен белеп, ҡаршы алырға уҡ килгәндәр, тибеҙ. Арыуҙы ла онотоп, ҡәнәғәт йылмайып ебәрәбеҙ. Әммә шунда уҡ хаталанғаныбыҙҙы, халыҡтың хоккейсыларҙы ҡаршы алырға килгәнен аңланыҡ. Көлһәң – көл, илаһаң ила инде…»
Ниһайәт, сәғәт өс тула тигәндә, Ҡазан – Өфө рейсы килеп төшә. Хоккейсылар тура урамға, аэропорт алдында торған автобустарына сыға. Халыҡ тар ғына коридор яһап баҫты, һәр бер уйынсыға шуның аша уҙырға тура килә. Бына киң йылмайған Андрей Таратухин, тыйнаҡ ҡына Андрей Кутейкин, хис-тойғоларын йөҙөнә сығарып бармаған Кирилл Кольцов… Ләкин, көйәрмәндәрҙең шундай йылы ҡабул иткәнен күреп, ул да ирей. Бөтәһен дә ҡосаҡлайҙар, яурындарынан ҡағып-ҡағып алалар. Бына капитан Владимир Антипов күренә. «Антип!» – тип ҡысҡырып, уны күтәреп, күккә сөйә башлайҙар. Баш тренер Сергей Михалёвҡа ла шундай өлөш тәтей. Уны ергә төшөргәс тә ебәрмәйҙәр. Ҡулсаға алып, аэропорт ишеге яғына китәләр. Баҡһаң, унда бәләкәй генә рәсми ҡаршы алыу була икән. Клуб атрибутикаһы төҫтәрендәге кейемдәге көйәрмәндәр ҡотлау һүҙе әйтә, сәскәләр гөлләмәһе бүләк итәләр.
Урамда ла шау-шыу бөтмәй. Хоккейсылар автобустарына инеп боҫоп бөтһә лә, халыҡ таралмай, көн геройҙарын тышҡа саҡырып ҡысҡыра. Афарин, ишектә күптән үҙебеҙҙең егеткә әйләнеп бөткән Андрей Кутейкин күренә. Түҙем генә һорауҙарға яуап, автограф бирә, теләүселәр менән фотоға төшә. Уны оҙаҡ ебәрмәйҙәр.
Автобусыбыҙ ҡуҙғала икән, йүгерәбеҙ. Таныш егеттәрҙең береһе, әлеге лә баяғы ығыш Илнур, ҡайҙалыр йөрөп ҡалған. Иптәштәре, уны ташлап китә алмайбыҙ, тип кире төшә. Мин ҡайтырға булам. Ҡалаға ингәс тә, кешеләр өйҙәренә таралышманы. Һаман да һуңғы уйын тураһында гәпләшеп, йырлашып урамдар буйлап йөрөнөләр. Мин теләһәм дә, ҡайта алмайым, сөнки ул саҡта дөйөм ятаҡта йәшәй инем, уныһы таңғы сәғәт 6-ла ғына асыла. Такси алып, Марат – Инорсҡа, Радик Сипайлово биҫтәһенә ҡайта алһа ла, иптәшкә минең янда ҡалалар. «Үҙәк баҙар» туҡталышындағы эскәмйәлә төнө буйы һөйләшеп ултырабыҙ.
Хәҙер – финал уйындары. Ярославлдең «Локомотив»ы менән. Яшинға хәтерем ҡалғайны, бына үс алырға ҡулай мәл тыуҙы, тип шаяртам. Билет артынан кешеләр был юлы ике тәүлек буйы сиратта торҙо. Матчты ҡарарға теләүселәр тиҫтәләрсә мең ине. Билет эләктереү маҡсатында көйәрмәндәр төрлө юлды эҙләп ҡараны. Беҙҙең редакцияға ла Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, хатта күрше Свердловск өлкәһенән шылтыратып ярҙам һоранылар.
Өфөләге тәүге ике осрашыуҙан һуң иҫәп тигеҙләнде. Командалар Ярославлгә китте. Ундағы беренсе уйында юлаевсылар өҫтөнөрәк булды. Ул саҡта серия өс еңеүгә хәтлем бара торғайны. Быныһында ла отһалар, кубок – беҙҙә!
Матч бөтөргә өс минуттай ғына ваҡыт ҡалған, һаман иҫәпте лә аса алмайҙар. Кем гол индерә, шул еңер, ахыры, тип «Өфө-Арена»ла трансляция ҡарап ултырабыҙ. Аһ, хужалар шайба индерҙе… Халыҡ дәррәү генә аренанан сығып йүгерҙе. Шулай хурлыҡҡа һананылармы юлаевсыларҙың был уңышһыҙлығын? Баҡһаң, бишенсе уйын була тип, билет артынан кассаларға сапҡандар икән! Тағы ла төн тормаҡсы бахыр көйәрмән. Ә беҙ, ғәҙәттәгесә, аэропортҡа киттек. Кемдер үҙебеҙҙе машинаһына ултыртып алды. Әммә халыҡ һөйөүен баһаламанылар был юлы: хоккейсыларҙың автобустарын осоу яланына уҡ сығарып ҡуйҙылар. Ә көйәрмәндәрҙе милиция хеҙмәткәрҙәре бер ҡайҙа ла ебәрмәй торҙо. Хатта ҡайтыу яғына юлланғанда ла, автобусты оҙатып барыу мөмкинлеген бирмәнеләр…
Һәм бына ул көн! «Салауат Юлаев» – Рәсәй чемпионы! 2008 йылдың 11 апреле Башҡортостан спорты тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды. Ғүмер буйы көткән еңеү! Эйе-эйе, урамда бер ҡарт ҡына көйәрмән бабайҙың: «Команда төҙөлгәндән бирле ҡырҡ ете йыл көттөм был көндө», – тип илағанына үҙем шаһит.
Республикала бөтә ер байрам төҫөн алды. Өс көн, өс төн дауам итте ул. Һәм тағы ла оҙаҡ ваҡыт күңелдәрҙе нурлап торҙо.
2008 – 2009 йылдар. Суперлигаға алмашҡа Континенталь хоккей лигаһы төҙөлдө. Океан аръяғындағы НХЛ-ға оҡшатып, уға ҡаршы көс сифатында инде. Хәҙер Рәсәйҙән генә түгел, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Латвиянан да командалар ҡатнаша унда. Еңеүсегә Гагарин кубогы тапшырыласаҡ. «Нэшвилл» менән хеҙмәт килешеүе булған көйө, Александр Радулов «Салауат Юлаев»ҡа күсте. Һуңынан күренеүенсә, беҙҙең был табыш бик уңышлы булды. Радулов Өфөнөң, ул ғына түгел, КХЛ-дың иң сағыу «йондоҙ»она әүерелде.
Командабыҙға ҡыҙыҡһыныу артҡандан-артты. Беҙҙең редакцияға был юлы аккредитация картаһы эләкмәне. Бик көйәләндек, сөнки мин белгәндән бирле ун биш йыллап уйындарын яҡтыртып барып та, шуға ла лайыҡ түгелбеҙ булып сыҡты. Ә хоккейҙың «х» хәрефен дә белмәгән ҡайһы бер олпат баҫмалар йәһәт кенә беҙҙең урынды алды. Шулай ҙа үпкәләмәнек, яҙып барҙыҡ яратҡан командабыҙ тураһында.
Фаворит булһалар ҙа, декабрҙә генә турнир таблицаһының башына менеп ҡунаҡланы юлаевсылар. Һәм ошо баштарына етте лә инде. Плей-офта 16-сы урындағы «Авангард»ҡа тап килеп, еңелеп, артабанғы уйындарҙан төшөп ҡалдылар! Көтмәгәйнек, көтмәгәйнек бындай хурлыҡты…
2009 – 2011 йылдар. Сергей Михалёв отставкаға ебәрелгәс, урынына Вячеслав Быков менән Игорь Захаркин килде. Гагарин кубогын яулау – төп бурысыбыҙ, тинеләр. Белгестәр, көйәрмәндәр тағы гөж килеп һөйләнде. Әллә ҡайҙан ҡалҡып сығып чемпион булған Өфө командаһын шулай ситкә тибергә генә торалар.
Клуб етәкселегенә редакция исеменән тәфсирләп ҙур ғына хат яҙҙыҡ. Һәм, бына ҡыуаныс, ҡабаттан аккредитация картаһы бирҙеләр!
Беренсе урында ноябрҙә нығындыҡ. Быйылдан регуляр чемпионатта еңеүсегә Континент кубогы тапшырыла, тырышырға кәрәк. Был кубокты ла яуланыҡ, иншалла. Артабан китәбеҙ. Көнсығыш конференцияһы финалында «Аҡ Барыҫ» менән осрашабыҙ. Их, был юлы еңеләбеҙ… Хуш, финал, хуш, Гагарин кубогы.
2010 – 2011 йылғы миҙгел иң ауыры булды. Тренерҙарға ла психологик баҫым көслө ине. Ванкуверҙағы ҡышҡы Олимпиадала еңелеүҙе ғәфү итә алманылар шул. Беренселектә әллә ни шәп бармайбыҙ, шулай ҙа өмөттәр, ғәҙәттәгесә, ҙурҙан.
Санкт-Петербургтың СКА-һы ла йыл да алдына оло маҡсаттар ҡуя. Бына быйыл да оҫта ғына хоккейсылар менән нығынды. Набоков, Вишневский, Афиногенов, Яшин, Сушинский, Гребешков – донъя кимәлендәге «йондоҙҙар»! Уларҙың Өфөгә килеүен түҙемһеҙләнеп көттөк. Еңдек бит үҙҙәрен, әй! СКА хоккейсылары бик асыулы ине, журналистарға кейенеү-сисенеү бүлмәләрен асманылар.
Бер төркөм егеттәр – Алексей Горюнов, Андрей Лопата, Олег Чернов уларҙы автобустары янында тотоп алырға булды. Минең дә НХЛ-дан килгән Евгений Набоковты күргем килә ине, арттарынан эйәрҙем. Ишек тирәһен милиция хеҙмәткәрҙәре ҡулсаға алған, көйәрмәндәр йыйылып киткән. Карталарыбыҙҙы күрһәтеп, эскә үттек. Бер аҙҙан СКА хоккейсылары сыға торҙо, йүгереп автобус эсенә йомола барҙылар. Максим Сушинский ҙа, Максим Рыбин да туҡтаманы. Набоков күренде. «Женя, бер нисә һорауға яуап бирегеҙ әле». Егеттәрҙең үтенесенә «йондоҙ» ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап ҡуйҙы. Шунан эре генә: «Нимә, ҡағиҙәләрҙе белмәйһегеҙме ни?» – тине. Белә инек, интервью һорап, беҙгә урамда хоккейсыларҙы бимазаларға ярамай. Шулай ҙа егеттәр яуабын тапты: «Һеҙ бит үҙегеҙ бүлмәгеҙгә индермәнегеҙ. Ә беҙҙең бирәһе һорауыбыҙ күп». «Ярай, улайһа, тиҙ генә», – тип «йондоҙ» йомшарҙы.
Мин һорау менән мәшәҡәтләмәнем, балалар гәзитенә автограф бирһәгеҙсе, тип ҡултамғаһын ғына алырға өлгөрҙөм. Шунда беҙгә, журналистарға, сер итеп кенә, фәлән-фәлән уйынсы бик һауалы, эре, яҡын бармағыҙ, тип киҫәтеп ҡуйғандарын иҫемә төшөрҙөм. Ул яҡтан төрлө йылдарҙа командабыҙҙа уйнаған Владимир Антипов, Виктор Козлов, Виталий Прошкин, Андрей Таратухин, Пётр Счастливый, Олег Сапрыкин, Олег Твердовский кеүек ҡайһы берәүҙәр генә кешелекле, ябай шул. Сит илдәрҙекен дә ошолар рәтенә индереп булалыр ҙа, тик улар телде белмәй.
Плей-офта бер-бер артлы «Себер», «Аҡ Барыҫ», «Металлург»ты еңдек. Финалда «Атлант» менән сәкәләштек. Баҫым көслө, бик ҡыйын булды, сөнки кубокты гел көнсығыш командаһы ала, был мәскәүҙәргә бер ҙә оҡшамай. Беҙҙең тренерҙарҙы ла күптәр яратмай, ә тегеләрҙең Милош Ржигаһы – сағыу фигура, төрлө сүрәткә керә белә.
Тәүге ике уйын беҙҙә үтте. Икеһендә лә юлаевсылар еңде! Йәл, һуңғыһында Владимир Антипов йәрәхәт алып ҡуйҙы. Өсөнсөһөндә лә, Мытищиҙа уҙғанында, уңыш беҙҙең яҡта. Кубокка табан бер аҙым ғына ҡалды! Шатлығымдан Антиповҡа: «Тиҙерәк һауығығыҙ! Һеҙҙе көтәбеҙ!» – тип СМС-хәбәр ебәрҙем.
Ә шәмбенең матур, ҡояшлы көнө түҙемһеҙләнеп көткән ҡыуанысты килтерә: Гагарин кубогы беҙҙә! Шатлыҡ ауаздары арена эсенә тулып, тышҡа сығып тарала. Ауыл-ҡалаларҙа байрам кәйефе тыуа.
2011 – 2013 йылдар. Салауат Юлаев үҙ бурысын үтәне. Кубок яуланды. Күп уйынсылар китте. Хеҙмәт хаҡын түләүҙә лә ҡыйынлыҡтар бар, тип ишетелеп ҡалды. Шуғалырмы, йыл башында бөтөнләй тырышманылар. Миҙгел асылған көндәге фажиғә лә йөрәктәрҙә тәрән эҙ ҡалдырҙы, буғай.
2011 йылдың 7 сентябрендә Өфөлә юлаевсылар былтырғы финалсы «Атлант»ты ҡабул итә ине. Ашҡынып барҙыҡ тәүге уйынға. Бәй, ни күрәм! Боҙ майҙансығы ситендә Мәскәүҙән килгән хоккей белгесе Александр Кожевников менән спорт комментаторы Александр Кузмак телевидениела тура тапшырыу алып бара. Кузмак – минең яратҡан тележурналисым! Үҙем дә һиҙмәйенсә, уларға табан бер аҙым яһап ҡуйҙым. Кузмак, быны күреп, «ярамай» тип башын сайҡаны. Ысынлап та, улар бит эфирҙа. Ярай, һуңынан һөйләшербеҙ әле, тип йыуаттым үҙемде. Ә һуңынан… мөмкинлек булманы. Сөнки матч башланып, 14 минут 44 секунд үтеүгә, уны туҡтаттылар. КХЛ президенты Александр Медведев, боҙға сығып, авиафажиғәлә Ярославлдең «Локомотив» командаһы һәләк булғанын иғлан итте. 45 кешенең 37-һе – клуб уйынсылары һәм хеҙмәткәрҙәре. Ике пассажир тере ҡалып, берәүһе – хоккейсы Александр Ғәлимов һуңғараҡ дауаханала вафат булды.
Күҙ йәшенә төйөлөп, арена коридоры буйлап китеп барғанда, ҡаршыма Александр Кузмак осраны. Әммә мин туҡтап, ни булһа ла әйтергә йөрьәт итмәнем. Икебеҙҙә лә уның ҡайғыһы юҡ ине…
Хәйерһеҙ башланған миҙгел шулай уҡ насар бөттө. Уртала ғына һөйрәлгән «Салауат Юлаев» плей-офта «Аҡ Барыҫ»ҡа тура килде. Һәм, ни хәтлем генә тырышмаһын, тәүге әйләнештә үк унан сығып осто. Александр Радулов та әллә нимә ҡыйрата алманы, ләкин ул оҙаҡ ҡайғырманы, НХЛ-ға, бер нисә йыл элек ҡасып киткән «Нэшвил»ына йүнәлде.
Мин дә күрше республикалар командалары араһындағы дүртенсе уйында саҡ бәләгә тарыманым. Борт буйында төрткөләшкән хоккейсыларҙың береһе конькийы менән тибеп, быяланы ярҙы. Шул урындан ярты метр ғына ситтәрәк тора инем. Быяла шауҙырлап өҫтөмә ҡойолдо. Иң нығы фотоаппаратым өсөн ҡурҡтым. Ярай әле, объективына бленда – ҡалпаҡ кейҙергәйнем. Аҙаҡ ваҡ ҡына ярсыҡтарҙың ҡулымды киҫкәнен, елкәмә, хатта кеҫәмә тулғанын абайланым. Һис шикһеҙ, хоккей хәүефле уйын төрө икән!
Быйыл КХЛ-ға инеүселәр сафы тағы ла киңәйҙе. Словакия, Чехия, Украина клубтары өҫтәлде. Әле иң ҡыҙыу ваҡыт – плей-офф уйындары бара. Ошо ике ай эсендә кем уңыр ҙа кем туңыр? Һәр хәлдә юлаевсыларҙан тик еңеү көтәбеҙ. Хатта Радуловыбыҙ, беҙҙе ташлап китеп, хәҙер Мәскәүҙең ЦСКА-һында йөрөһә лә.
Әлбиттә, йыл буйы төрлөсә уйнаны яҡташтарыбыҙ, әммә һуңғы ваҡытта күңелдәребеҙҙә өмөт сатҡылары ҡабынды. Көйәрмән үҙ командаһына гел ышана, шунһыҙ булмай. Тимәк, көтәбеҙ.
(Аҙағы. Башы 49-сы һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 932

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 569

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199