Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҙур еңеүҙәргә нигеҙ бала саҡта һалына
Ҙур еңеүҙәргә нигеҙ бала саҡта һалынаҠалабыҙҙа Башҡортостан «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетболы лигаһы чемпионатының 2012 — 2013 йылдар миҙгеле финалы уҙҙы.

Яҙ ҡояшы һаман күренмәй тип, кәйефһеҙләнеп килә инем «Стәрлетамаҡ-Арена»ға барғанда, яңылышҡанмын икән. Ҡояшты барыбер күрҙем. Берҙе түгел, хатта меңде. Мөһабәт бинаға инеүем булды – шау-шыу килгән сабыйҙарҙың тауышы һәм шат көлөүе, насар кәйефте иретеп, ҡояш нурындай сағылып китте күңелдә…
Ярыш ярыш ҡына булып ҡалманы, мәртәбәле һәм ҡыҙыҡлы ҡунаҡтар, шоу-программа ярҙамында ҙур байрамға әүерелде был көн. Уҡыусыларҙы Олимпия уйындары чемпиондары, танылған спорт мастерҙары Сергей Белов, Иван Едешко һәм Светлана Антипова дәртләндереп торҙо. Шуғалырмы, ярыш ҡыҙыу барҙы. Улай ҙа булмағас ни – еңеүсе артабан Пермь ҡалаһында үтәсәк Волга буйы федераль округы этабында ҡатнашасаҡ бит. Ә унда ла беренсе булһаң, алда – Рәсәй кимәле!
Башҡортостан Баскетбол федерацияһы менән берлектә республиканың Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы ойошторған был сараның Стәрлетамаҡта үтеүе осраҡлы түгел ине. Лиганың генераль директоры Алексей Фролов белдереүенсә, күпселек осраҡта финалдар баш ҡаланан ситтә уҙа, сөнки уйынды ҡаршылаусы бәләкәй ҡала йә иһә ауыл халҡы сараны ниндәйҙер ҙур байрам кеүек ҡабул итеп ала. Ә унда йәшәүсе сабыйҙарҙың спортҡа ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер арта төшә. «Таланттарҙы баш ҡаланан ғына эҙләү хата булыр ине», – ти ул.
Икенсенән, Стәрлетамаҡтың бындай ҙур спорт саралары уҙғарыу өсөн мөмкинлеге киң. Мәҫәлән, республика һәм ҡала етәкселеге, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе тырышлығы менән уҙған йыл аҙағында ғына асылған әлеге бинаның боҙонда барған уйындарҙы 2,5 кеше ҡарай ала, ә спортзал (балконды иҫәпкә алмағанда ла) 500-ҙән ашыу көйәрмәнде һыйҙыра. Һүҙ ыңғайында шуныһын да әйтеү мотлаҡтыр: хәҙер Стәрлетамаҡта һәр мәктәптең яңыртылған йә иһә төҙөлгән спорт майҙансығы бар. “Баскетболсылары нәҡ ошо майҙансыҡтарҙа нығына”, – ти Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов.
Тирләп-бешеп, ысын күңелдән уйнаны уҡыусылар. Көслө уйын барышында ҡыҙыҡлы осраҡтар ҙа килеп сыҡты, бөтә зал бер юлы «аһ» иткән мәлдәр ҙә күҙәтелде. Улар араһынан, һис шикһеҙ, Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары, Олимпия чемпиондары сығасаҡ. Тимәк, баскетболыбыҙҙың киләсәге бар, тип ҡыуанып ултырҙым. …Тик залда ата-әсәләрҙең аҙ булыуы ғына бер аҙ кәйефте ҡырҙы.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Мәҡәле башҡорттоҡо ла, ләкин американдар таяна һымаҡ ҡайһы бер ата-әсәләребеҙҙең балалар спортына булған мөнәсәбәтен иғтибарға алғанда. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, океан аръяғында сабыйҙарҙың спорттағы башланғысын дәүләт кенә түгел, ата-әсәләр ҙә ҡуш ҡуллап үҫтерә: ярыштарын ҡарарға йөрөй, бергә шөғөлләнә, өйрәтә, өлгө күрһәтә. Ә беҙҙә? Дәүләт миллиондар, триллиондар сарыф итеп, бынамын тигән спорт һарайҙары төҙөп ултырта, артабан улар буш тора.
Һуңғы ваҡытта боҙ ҡуҙғалды. Әммә һаман да бик һирәктәр, бик һирәктәр генә балаһы менән бергә шөғөлләнә спорт залдарында, майҙансыҡтарҙа. Беҙ, әлбиттә, американдар түгел, үҙ мәшәҡәтебеҙ, ҡалыбыбыҙ, хатта йәшәйешебеҙҙең үҙ мәғәнәһе бар. Шулай ҙа ҙур еңеүҙәргә нигеҙ бала саҡта һалына түгелме? Ә сабыйҙың һәләтен ваҡытында асмаһаң, дөрөҫ тәрбиә бирмәһәң, еңеүҙәрҙең олоһонан түгел, кесеһенән дә, тора-бара баланың йүнселлегенән дә ҡолаҡ ҡағыу мөмкин. Әлбиттә, балаларын спорт комплекстарына машинаһында «выжт» итеп илтеп ҡуйып, бер-ике сәғәттән «выжт» итеп барып алғандар бар. Тик шунан ары уҙмай ата-әсәнең спорт буйынса тәрбиәһе. Бер генә миҫал: танышым улын көрәш секцияһына йөрөтә. Алып бара ла, бала бер сәғәт шөғөлләнеп сыҡҡансы, автомобилендә китап уҡып ултыра. Ә шул ваҡытта бергә инеп, ун минут йүгереп алһа, балаға ла, үҙенә лә файҙа түгелме? Килешәм, китап уҡырға ла кәрәк. Тик, балаңа өлгө күрһәтеүҙе иҫәпкә алмағанда ла, сәләмәтлегең кәмегәс, аҡыл артыуҙан ни фәтүә?..
Уйынға әйләнеп ҡайтҡанда, Пермдә үтәсәк ярышҡа Өфө ҡалаһының 54-се мәктәбенән «Башҡорт һыуһарҙары» ҡыҙҙар командаһы һәм Салауаттан «Салауат бульдогтары» 1-се лицей малайҙар командаһы барасаҡ. Еңеүселәрҙе ҡотлап, артабанғы уйындарҙа уңыштар ғына теләргә ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 796

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 416

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 282

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 243

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 430

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 285

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 269

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 431

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 236

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 100

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 075